Ялан Йәркәй

Ялан Йәркәй
автор Буранбай сәсән (1781-1868)
Сығанаҡ: Д. С. Тикеев, Б. Б. Ғафаров, Ф. Ә. Хөснөтдинова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. — Өфө, 2006. — ISBN 5-295-03806-8


Ялан Йәркәй


Ялан ғына ерҙең, ай, бүреһе,
Күк һыртландай булыр күбеһе.
Дуҫ-иштәрем күп, тип ышанмағыҙ,
Хас дошманың булыр күбеһе.

Алтын ғынамы икән, ай, был донъя,
Көмөш кенәме икән был донъя.
Алтын ғына уйлы аҫыл иргә
Баҡыр ғына икән был донъя.

Һауаларҙан осҡан, ай, һармы икән,
Аяҡтарын күргән бармы икән?
Ҡайғы-хәсрәттәрҙән бер ҡотолоп,
Рәхәт торор көндәр бармы икән?

Ялан ғына ере, ай, ҡылғанлыҡ,
Бүҙәнәләр йүгерә төбөндә.
Тәүәккәл дә булып йөрөр булһаң,
Исемкәйең ҡалыр илеңдә.