Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/143

This page has not been proofread.

өйрәген ашаһаң, ҡаҙыңдың ботонан тотоп бар”, “Берәүҙә түш ите ашаһаң, үҙең оса ите әҙерлә”, “Байрам ашы - ҡара ҡаршы” һ.б.

Халыҡтың хужаларға ҡарата ла әйтер һүҙе бар. Уларҙа ҡунаҡтан ҡурҡмаҫҡа, аш-һыуҙы йәлләмәҫкә, асыҡ сырайлы булырға кәрәклеге әйтелә: “Аш табылыу - бер бәхет, ашарға иш табылыу - ике бәхет”, “Аштың бәрәкәте ҡунаҡ менән”, “Ғүмер бөтмәһә, ризыҡ бөтмәҫ”, “Ҡыҙғанғанды ҡыҙыл эт ашай”, "Ашы булһа, ҡаҙаны табылыр”, “Ашыңды биргәс, ҡашыңды йыйырма”, “Ашың булмаһа ла ҡашың булһын” (асыҡ сырайлы бул), “Аштың тәме хужанан”, “Ашатмаҫтың ашы бешмәҫ”, “Ике дошманды бер табынға йыйма”, “Татыу табында аш тәмле” һ.б.

Күреүебеҙсә, мәҡәл һәм әйтемдәрҙә башҡорт халҡының үҙенсәлекле милли һыҙаттары: йомарт күңеллелеге, ихласлығы, асыҡлығы, ҡунаҡсыллығы киң сағылыш тапҡан. Мәҡәлдәр булып ойошҡан халыҡ аҡылы кешеләрҙә тап ана шул сифаттарҙы тәрбиәләй. Өҫтә ҡарап үтелгән тапҡыр һүҙҙәр халыҡ ижадының мөһим тәрбиәүи функция үтәүенең асыҡ миҫалы ул.

Дөйөмләштереп шуны әйтергә мөмкин: башҡорт халҡы үҙенең йәшәү рәүешенә, үҙен уратҡан мөхиткә, төп кәсептәренә бәйле традицион милли туҡланыу системаһын барлыҡҡа килтергән. Ризыҡтарға, аш-һыуға, туҡланыуға, табын ҡороуға ул һәр саҡ иғтибарлы булған. Шул иғтибарҙы мәҡәлдәргә, әйтемдәргә, йомаҡтарға, йырҙарға һалып киләһе быуындарға изге аманат итеп матур ғәҙәттәр, фәһемле йолалар ҡалдырған.