Page:Emineva f s bashkort ashhyuzary leksikahy etnolingvistik tik.djvu/147

This page has not been proofread.

өйрәнеү халыҡтың менталитетын аңлауға һәм уны башҡа милләттәргә төшөндөрөүгә мөһим бер фактор булып тора. Календарь (йәғни миҙгелдәргә бәйле) йолаларҙың һәр ҡайһыһы билдәләнгән мәлдә атҡарыла. Яңы йыл тыуыуын Науруз байрамы менән, яҙ килеүен Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе менән билдәләһәләр, яҙғы эштәр бөткәс, һабантуй үткәрелгән, йәйләүҙәргә сыҡҡан осорҙа - Йыйындар, көҙөн - Сөмбөлә байрамы, ҡар ятҡас Һуғым ашы, Ҡаҙ өмәләре уҙғарылған. Йолалар бер-береһенән миҙгел һыҙаттары менән генә түгел, башҡарылыу тәртиптәре менән дә айырылған.

Әйтеп үтеүебеҙсә, башҡорт милли йолалары һәм байрамдары һәр ваҡыт күмәкләп туҡланыу, һый, мәжлес менән оҙатыла. Күп байрамдарҙа бишбармаҡ, ҡаҙы, тултырма, ҡуллама, ҙур бәлеш, бал, май, ҡаймаҡ, ҡымыҙ, сәй кеүек иң тәмлеләрҙән һәм ҡәҙерлеләрҙән һаналған ризыҡтар һәм эсемлектәр ҡуйыла. Әммә махсус аш-һыуҙар менән оҙатылған байрам-йолалар ҙа халҡыбыҙҙа бихисап. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен атап үтәйек: “Науруз байрамы”. Уны көн менән төн тиңләшкән мәлдә (28 мартта) үткәрәләр. Ул көндө һәр хәлле ғаиләлә Науруз ашы бешерелә. Ул аштың нисек әҙерләнеүе тураһында хеҙмәттә мәғлүмәт бирелде. Шулай уҡ “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Көпшә йыйыны”, “Ямғыр бутҡаһы”, “Ҡурмас һыйы”, “Нардуған байрамы”, “һөйһөн килтереү”, “Йыуаса көнө”, “Бирхауай ите”, “Бала бағыу”, “Нигеҙ ҡороу”, “Ҡарта ашы” һ.б. йолалар һәм уларҙа әҙерләнгән махсус аш-һыуҙар тураһында һүҙ алып барылды. Бүлек аҙағында башҡорт милли аш-һыуҙары терминдарының һүҙьяһалышы хаҡында байтаҡ