"Ҡош теле". Гүзәл Ситдиҡова


* * *


"ҠОШ ТЕЛЕ" *

Халҡымдың тәрән аҡылы,
Әй халҡымдың "ҡош теле",
Кинәйә менән һөйләүе,
Атмай ғына буш күбек,
Ҡотҡара беҙҙе "ҡош теле"
Телһеҙҙәрҙән, манҡорттан,
Сер алырға тырышҡандан,
Йәнгә үрләгән ҡорттан.
Ситләтеп әйтә белеүҙәр
Дошман ҡорған тоҙаҡты...
Бирешмәҫ халҡымдың рухы
Һаҡлаһа шул йоҙаҡты
Хикмәтле һүҙ аңлағандың
Күңелендә алтын бар,
Ете йоҙаҡтарға бикләп
Асҡысын үҙендә генә
Һаҡлай белгән халҡым бар.

  • Ҡош теле - халҡыбыҙҙың йәшерен теле, кинәйә

2014


 
  
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.