Күңелемдә бала саҡтан таныш булған дәртле көй яңғырай. Уға ҡушылып әленән-әле «Мәсетле, Мәсетле, беҙҙең йәштәр бәхетле» тип эстән генә йырлап та ҡуям. Ҡасан тыуған һуң был йыр? Кем яҙған, кем беренсе тапҡыр йырлаған икән? Һораштыра торғас, йыр тарихының эҙенә төштөм. Марат Ғафаровтың «Йырыбыҙ онотолмаһын» исемле мәҡәләһе башланғыс булды. Ә күптән таныш, йыш ҡына күрешеп торған Нурый бабай йыр яҙмышына туранан-тура бәйле шәхес булып сыҡты. Үҙенең «Тормош һуҡмағынан атлағанда» исемле иҫтәлектәр китабында ошо хаҡта тасуирлап яҙған. Уның менән ҡабаттан осрашып, борсоған һорауҙарға яуап таба алдым.
Яҡташым, Нурый Мирсәйет улы Мирсаев 1922 йылдың 22 апрелендә хәҙерге Мәсетле районының Абдулла ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу мәктәбендә белем ала һәм Мәсетле районының Ҡорғат ауылында башланғыс кластарҙа уҡыта. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышына алына, бер нисә тапҡыр ҡаты яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң Мәскәү хәрби заводтарының береһенә эшкә ебәрелә. Армиянан демобилизацияланғас, тыуған ауылына ҡайта, Абдулла ете йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. 1947 йылда яңы ойошторолған Александр Матросов исемендәге колхозға рәйес итеп һайлана. 1950—1960 йылдарҙа ул райондың колхоз мәктәбе, район мәҙәниәт йорто директоры, Мәсетле район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләй. Шул осорҙа Нурый Мирсәйет улының ныҡышмалылығы менән районда үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре ойошторола. Төрлө ауылдарҙан йыйылған һәләтле йәштәр берләшеп, дәртләнеп ижад итә. Бөгөн исемдәре республикала ғына түгел, донъяға киң билдәле булған сәнғәт оҫталары Роберт Бәҙретдинов, Роберт Заһретдинов, Рифҡәт Исрафилов, Зилара Әйүпова, Нәзирә Закирова, Мулланур Ниғмәтуллиндар оло сәхнәгә юлды тап Мәсетле район мәҙәниәт йортонан башлаған. Туҡтағыҙ әле, ул йылдарҙағы ваҡиғалар тураһында һүҙҙе Нурый бабайҙың үҙенә бирәйек.
…Әлбиттә, сәнғәт түңәрәктәренең эше еңелдән булманы. Йәштәрҙе йәлеп итеү, йәш таланттарҙы эҙләү — бер, ә бына уның кәрәклеген аңламаған ҡайһы бер етәкселәрҙең был эшкә теше-тырнағы менән ҡаршы төшөүе — бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Ниндәй генә колхоз рәйесе йә иһә совхоз директоры уттай эш өҫтөндә тракторсы, комбайнсы, быҙау, ат ҡараусыны тота һалып ҡына район агитбригадаһына ебәргеһе килһен инде? Юҡ ундай етәксе. Шуға ла райком пленумы булһынмы, райсовет сессияларындамы, былар тоталар ҙа минең кәрәкте бирәләр, тетмәкәйҙе тетәләр. Йәнәһе, мин йәштәрҙе ҡотортам, эштән айырам. Район хужалары иһә, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмая ла миңә күҙ ҡыҫа, «ҡурҡма, Мирсаев, беҙ һине йәберләргә бирмәбеҙ», тигәндәй була үҙҙәре, ләкин һүҙ алып яҡламайҙар.
Тиҙҙән ҡаршыларҙың ай-вайына ҡарамай, РДК ҡарамағында ижади кәңәшмә төҙөп ебәрҙек. Уға «Комсомолец» колхозы рәйесе Ғилемхан Абрахманов, Республика балалар шифаханаһы директоры Николай Баутин, Йонос ауылы китапханасыһы Мәҙинә Сөләймәнова, киномеханик Нурғәли Әлхәйҙәров, Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенең музыка уҡытыусыһы Вениамин Сундеевтар инде. Әгәр Николай Баутин, шифахана балаларын һәм хеҙмәткәрҙәрен сәнғәткә йәлеп итеп, үҙешмәкәр коллектив ойоштороп ебәрһә, Ғилемхан Абрахманов ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһын үҙ ҡанаты аҫтына алды, матди яҡтан ихлас ярҙам күрһәтте һәм иң мөһиме — ауыл мәҙәниәт йортон һалдырҙы. Бәлки, шуғалыр ҙа Дыуан-Мәсетле ауылы йәштәре йырға ла, бейеүгә лә маһир булды, районда үткәрелгән конкурс, олимпиада, фестивалдәрҙә алдынғылар рәтендә йөрөнө.
Мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге райондың барлыҡ ауылдары буйлап йөрөп концерт, спектакль ҡуйҙы. Ауыл клубтары, ырҙын табаҡтары, фермалар дер һелкенеп торҙо. Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенең уңышлы сығышы яҡташтарыбыҙҙың ял итеүенә йәм өҫтәне, район алдында ла, республика алдында ла ҙур уңыштарға өлгәштек. Мәсетле менән генә сикләнмәне йәштәр, күршеләрҙең халҡын да ҡыуандырҙы. Дәртле, дарманлы саҡ ине шул. Эшкә лә өлгөрҙөләр, сәнғәтте лә күтәрҙеләр. Көн дә булмаһа ла, аҙнаһына бер-ике тапҡыр репетициялар үтә. Район үҙәгенә башлыса йәйәүләп килә торғайнылар. Сәнғәт түңәрәгенең эшен ойоштороуҙа район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Мөхәмәтхәй Ибәтов ҙур өлөш индерҙе, уның тормош иптәше Гөлсөм Хөсәйенова ла әүҙем ҡатнашты.
Сәхнәгә матур итеп кейенеп сығырға ла кәрәк бит инде. Шул сәбәпле, йәштәрҙе матди яҡтан дәртләндереү маҡсатында, йыш ҡына түләүле сығыш яһаныҡ. Килемдең өстән ике өлөшөн артистарға таратып бирҙек, бер аҙын дөйөм сығымға тотондоҡ. Йәштәрҙең өҫ-башы бөтәйеп ҡалды, күңелдәре күтәрелде. Тағы ла дәртлерәк ижад иттеләр.
1953 йыл ине, буғай, Өфөлә республика кимәлендә район-ара үҙешмәкәр коллективтар фестивале үтте. Аксаков паркында ул саҡта Луначарский исемендәге асыҡ сәхнәлә сығыш яһаныҡ. Мәскәүҙән килгән вәкил, жюри етәксеһе, фестивалде йомғаҡлау өлөшөндә мәсетлеләрҙең сығышына иң юғары баһа биреп, беренсе урынды алыусыға тынлы оркестр өсөн уйын ҡоралдары бүләк ителеүен иғлан итте. Эй, беҙҙең ҡыуанғандар! Оркестрлы булабыҙ бит, ауыл райондарында быға тиклем осрамаған хәл! Бер аҙҙан тынлы оркестрҙы ла ойоштороп ебәрҙек. Вениамин Сундеев беренсе етәксеһе булды.
Бер ваҡыт Өфөгә эш менән килгәндә республиканың мәҙәниәт министры үҙ кабинетына саҡырып алды ла 80 кешелек хор коллективы ойошторорға ҡушты.
— Был эште һиңә ышанып тапшырам, Мирсаев. Ундай хор район ғына түгел, республика өсөн кәрәк, — тине.
— Бурысты үтәрбеҙ. Тик, республика өсөн кәрәк булғас, белгес ебәрегеҙ. Беҙ ауыл таҡмаҡтарын йырлай беләбеҙ, ә хор менән сығыш яһарға өйрәтергә махсус белем кәрәк, — тип үҙ мәнфәғәтемде ҡайырам.
— Хәйләкәрһең дә инде, Мирсаев. Хормейстер ебәрербеҙ, — тип министр вәғәҙә биреп ҡалды.
Ҡуйылған бурысты үтәр өсөн һәр ауылдан йырға һәләтле йәштәр иҫәбен алып, райкомдан ваҡытлыса эштән бушатыуҙы һораным. 80-гә тултырып булманы, әммә 60 кешелек хор төҙөнөк. Хор коллективы бер төҫтән кейенергә тейеш, тик ҡайҙан аҡса табырға? Ағымдағы йылда райфо тарафынан бер тин дә аҡса ҡаралмаған. Йәштәр ике концерт бригадаһы төҙөп, ауылдар буйлап сығып китте. Халыҡҡа аңлатып, түләүле концерттар күрһәтеп, бер ни тиклем аҡса эшләп алдыҡ. Быныһы хәл ителде, ләкин район үҙәге магазиндарында, хатта базала беҙгә кәрәкле әйбер юҡ. Телефон аша булған магазиндарҙы белешеп сыҡҡандан һуң, «Серп и Молот» колхозынан тәүлегенә 10 һум түләп ат алдым да Дыуан районы ауылдары буйлап сығып киттем.
Йөрөй торғас, Мәтәле ауылынан 150 метр затлы аҡ тауар һатып алып ҡайттым. Әммә унан күлдәктәр тектерәһе бар бит әле. Сараһыҙҙан райкомдың беренсе секретары Вәхитовҡа тағы барып, хәлде аңлатып бирҙем. Промартелдә комсомол өмәһе үткәреп, хор коллективы өсөн күлдәктәр тегеүҙе ойоштороуҙы һораным. Ғәфүр Шакир улы һүҙемде йыҡманы, промартель директоры Швецованы саҡырып алып, мәсьәләне хәл итергә ҡушты. Улар, комсом ол өмәһе яһап, ике ялда кәрәкле кейемде тегеп бирҙе. Шулай итеп, затлы аҡ тауарҙан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 20 күлдәк һәм 15 кофта, ирҙәргә 25 күкрәксә тегелде.
Министр ҙа вәғәҙәһендә торҙо. Өфөнән белгес килде лә ике аҙна буйына районда булып, коллективты хор менән йырларға өйрәтте. Хормейстер етәкселегендәге һуңғы репетицияла, шартына килтереп, йырсылар яңы тегелгән кейемдә халыҡ алдында сығыш яһаны. Артабан махсус рәүештә Өфөгә барып, филармония залында концерт ҡуйып, министрға имтихан биреп ҡайттыҡ.
Бына шул осорҙа яҙылды «Беҙ — Мәсетле!» йыры. Нисек инде, районыбыҙҙың үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге республика кимәлендә абруй яулаған, башҡа райондарҙа булмаған тынлы оркестр ойошторғанбыҙ, үҙешмәкәр хор бар, ә районды данлаусы йыр юҡ. Булмағас, яҙырға кәрәк, тип дәртләнеп тотондо йәштәр. Һүҙҙәрен күмәкләп яҙҙыҡ тиергә лә була, әммә текст авторы итеп Гөлсөм Хөсәйенованы атарға кәрәк, сөнки куплеттар уның етәкселегендә яҙылып, уның әҙәби эшкәртеүендә еренә еткерелде. Көйөнә килгәндә, хәл икенсерәк булды. Теләштән, әллә Тәкәнән инеме, үҙенсәлекле уйнау һәләтенә эйә булған гармунсы егет бер көй уйнап күрһәтте. Әммә ауыл көйөнә хор менән йырлауы ҡыйын, шуға күрә уны Мөхәмәтхәй Ибәтов хор талабына тура килтереп эшкәртте. Эйе, йырҙың авторҙары бар — Мөхәмәтхәй Ибәтов һәм Гөлсөм Хөсәйенова. Әммә ул йыр китаптарына «халыҡ йыры» булып инеп китте, сөнки, Ибәтов һуғыш ваҡытында әсирҙә булыу сәбәпле, авторҙарҙы күрһәтергә рөхсәт итмәнеләр. Йырҙың тәүге исемен дә үҙгәртергә тура килде, баш ҡалалағы кемгәлер ул оҡшаманы. Шулай итеп, «Беҙ — Мәсетле!» йыры «Мәсетле йырҙары» булып йөрөй. Үҙемдең хәтирәләр китабында йырҙың тәүге исемен күрһәттем. Нисек кенә булмаһын, районды данлаусы беренсе йыр булып тарихҡа инде. Йәштәрҙең киләсәккә ышаныслы ҡарашын, бәхетле тормош төҙөүҙәрен сағылдырған һүҙҙәр, йырҙы күтәреп алған дәртле көй күптәрҙең күңеленә хуш килде.
1955 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте ун көнлөгө үткәрелде. Мәртәбәле сараға Мәсетле районынан 40 кешелек хор коллективы барҙы. Әйтергә кәрәк, республика делегацияһы составында СССР-ҙың баш ҡалаһына барыу мәсетлеләр өсөн оло ҡаҙаныш булды, абруй өҫтәне. Бындай ышаныс республиканың бер нисә районына ғына күрһәтелде. Делегация башлыса күренекле яҙыусыларҙан, һөнәри артистарҙан төҙөлгәйне.
Әлбиттә, Мәскәү сәхнәһендә «Беҙ — Мәсетле!» йыры ла яңғыраны, тамашасыларҙың алҡышына күмелде. Ғөмүмән, баш ҡалала мәсетлеләр уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Партияның Мәскәү ҡала комитетының 1-се секретары Фурцева исеменән минең үҙемә төбәп рәхмәт хаты, ә хор коллективына махсус диплом килде. Мәскәүҙәрҙең алҡыштарына ҡушып, Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Мәсетле районының мәҙәниәт йортона пианино бүләк итте.
«Беҙ — Мәсетле!» бик популяр йыр булып китте, республиканың симфоник оркестры менән яҙма эшләнде, радио аша йыш тапшырылды. Ә хәҙер ул йыр ишетелмәй. Һүҙҙәре заманаға тура килмәй, тигән булаларҙыр инде. Йырҙың йыртығы юҡ ул. Замана еленә лә яраҡлаша ала. Икенсе куплетты:
Эшсән халыҡ тигеҙ йәшәй
Башҡортостан ерендә.
Бәхет сатҡылары яна
Мәсетлеләр йөҙөндә.
— тип йырлағанда бик урынлы булыр, киләсәктә үҙгәртергә лә кәрәкмәҫ. Әйткәндәй, тәүге версияла «Бәхет сатҡылары яна» ине, әммә ул заман ҡанундарына тура килтереп, «Ильич лампалары» тип алынды. Дүртенсе куплеттағы «Гөрләй колхоз ҡырҙары» тигән юлды «Гөрләй ялан-ҡырҙары» тип йырларға була.
Шуныһы ҡыуаныслы: мәсетлеләр бөгөн дә бейеүгә-йырға дәртле. Концерт, спектаклдәр, төрлө конкурстар үҙешмәкәр сәхнәнән төшмәй. «Беҙ — Мәсетле!» йыры ла мәҙәниәт йортонда даими яңғырай, тип әйтәләр. Тимәк, традициялар дауам итә. Ижад юлын ауыл сәхнәһендә башлаған Мәсетле егете Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың мәртәбәле ҡумыҙ бәйгеһендә «Донъя виртуозы» исемен яулауы — шуға дәлил. Моңлолар, батырҙар, матурҙар мәсетле йәштәре. Ил, донъя күләмендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, Башҡортостанды данлайҙар. Афарин!
Бына шулай йырҙың тарихы. Ә һеҙ, йәштәр, йырлағыҙ ул йырҙы. Ғөмүмән, донъяла йырлап йәшәргә кәрәк. Тамаҡ хаҡын саманан тыш ҡайғыртыу, матди байлыҡ артынан ҡыуыу кешене байытмай. Йән өсөн рухи байлыҡ талап ителә, шул кешене йәшәтә. Затлы әйберҙәр, ҡатлы-ҡатлы һарайҙар был донъяла ҡала, ә рухи байлыҡты йән үҙе менән ахирәткә ала. Йырлағыҙ, ейән-ейәнсәрҙәр, бәхетле булығыҙ!
Йөрәге йәш, зиһене камил Нурый Мирсәйет улы Мирсаевтың. Малай саҡта ялан тәпәй йөрөп өшөгән, Бөйөк Ватан һуғышында яраланған аяҡтары ғына борсой. Ләкин йырлап йәшәгән, тормош һуҡмағынан йырлап атлаған кеше ауырлыҡҡа бирешмәй. Мәсетле егете бит!
Шуның менән мәҡәләмде тамамларға уйым бар ине. Әммә ниндәйҙер күренмәгән кәртә ике айҙан ашыу уны баҫмаға ебәртмәй тотто. Баҡһаң, «Беҙ — Мәсетле!» йырын иҫкә алған тағы бер сығанаҡты эҙләп табыуымды көткән икән. 1954—1957 йылдарҙа Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләгән Мөхәмәтнур Фәтхелислам улы Фәтҡиевтең «Дорогу осилит идущий» исемле хәтирәләр китабында йыр тарихы теркәлгән. Ул да мәсетлеләрҙең йырға-бейеүгә дәртле булыуҙарын яҙған. 1955 йылдың ҡышында үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәренең ҙур район конкурсы уҙғарылыуын, еңеүселәр билдәләнеүен, бүләктәр тапшырылыуын бәйән итә. «Мәсетле, Мәсетле, беҙҙең йәштәр бәхетле» йыры шул конкурс һөҙөмтәһендә тыуыуын, авторы Мөхәмәтхәй Ибәтов икәнен раҫлай.
Шулай итеп, тәүге исеме «Беҙ — Мәсетле!» тигән йыр 1955 йылда яҙылған, авторҙары — Мөхәмәтхәй Ибәтов һәм уның ҡатыны Гөлсөм Хөсәйенова, 1955 йылда Мәскәү ҡалаһында үткән Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә Мәсетле район үҙешмәкәр хоры башҡарыуында алҡыштар яулаған ул.
Беҙ — Мәсетле!
Гөлсөм Хөсәйенова һүҙҙәре, Мөхәмәтхәй Ибәтов музыкаһы.
Беҙ — Мәсетле, беҙ — Мәсетле,
Йәмле Әй буйҙарынан.
Беҙҙе иҫкә алырһығыҙ
Мәсетле йырҙарынан.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!
Эшсән халыҡ тигеҙ йәшәй
Башҡортостан илендә.
Бәхет сатҡылары яна
Мәсетлеләр йөҙөндә.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!
Әй йылғаһы буйҙарында
Йәй көндәре күңелле.
Мәсетлеләр йырлағанда
Дәртләндерә күңелде.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!
Беҙҙең йәштәр эшкә бара,
Гөрләй ялан-ҡырҙары.
Үҙе эшсән, үҙе матур
Егеттәре, ҡыҙҙары.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!
Беҙҙең йәштәр ял иткәндә
Яңғырап тора йырҙары.
Алһыу йөҙлө, ҡара күҙле
Егеттәре, ҡыҙҙары.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!
Мәсетленең егеттәре
Бейергә, йырға оҫта.
Дошман сикте боҙа алмаҫ,
Улар торғанда һаҡта.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!
Әй буйҙары йәмле була
Елберләгән тал менән.
Мәсетлеләр маҡтаналар
Эштә алған дан менән.
Мәсетле, Мәсетле,
Беҙҙең йәштәр бәхетле!
The permission for use of this work has been archived in the Wikimedia Volunteer Response Team System; it is available for users with a VRTS account. To confirm the permission, please contact someone with a VRTS account.
|