«Яҙғы Никола» гөрләтте Кама буйын

«Яҙғы Никола» гөрләтте Кама буйын
автор Ансар Нуретдинов
Ижад итеү ваҡыты: 2016. Нәшер ителгән: 2016. Сығанаҡ: Ансар Нуретдинов. «Яҙғы Никола» гөрләтте Кама буйын // «Башҡортостан» гәзите, 2016, 31 май


«Яҙғы Никола» гөрләтте Кама буйын


Республикабыҙҙың күп кенә ҡала һәм райондарында төрлө кимәлдәге, шул иҫәптән Башҡортостандан ситтә лә киң билдәлелек алған төбәк-ара һәм халыҡ-ара мәҙәни байрамдар һәм фестивалдәр, йыр-бейеү бәйгеләре, төрлө музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың оҫталыҡ ярыштарын ойоштороу матур йолаға әйләнгән. Был сараларҙы уларҙа ҡатнашыусылар ҙа, урындағы халыҡ та һағынып көтөп ала. Шуларҙың береһе – Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре барышында йыл һайын уҙғарылып килгән «Яҙғы Никола» халыҡ ижады республика байрамы. Ул «Рәсәй мәҙәниәте» маҡсатлы федераль программаға индерелгән һәм быйыл ун икенсе тапҡыр үтте.

...Кама йылғаһы буйында урынлашҡан «Изге Никола ғибәҙәтханаһы» тарихи-мәҙәни үҙәгендә иртәнән үк йәнлелек. Күңелле көйҙәр яңғырай. Ҡунаҡтар шат кәйеф менән менән үҙ-ара гәпләшеп, хәл-әхүәл белешә, яңылыҡтары менән уртаҡлаша. Араларында башҡорт, урыҫ, татар, мари һәм башҡа халыҡтарҙың милли кейемендәге төрлө быуын вәкилдәре күренгеләй. Сағыу костюмдарҙағы үҙешмәкәр артистар кистән яһап ҡуйылған оло сәхнә яғына тартыла. Бер ситтәрәк – үҙ мәшәҡәттәре менән мәшғүл аш-һыу әҙерләүселәр, аҙыҡ-түлек, төрлө тауар һатыусылар.

Райондың төрлө ауыл биләмәләре ҡорған милли ихаталар саҡырып тора. Байрамға килеүселәрҙе тәүгеләрҙән булып гәрәй ырыуы вариҫтары – Яңы Ҡайынлыҡ ауылы уңғандарының башҡорт тирмәһе ҡаршылай. Хужалар йола буйынса ҡунаҡтарға халҡыбыҙҙың милли аш-һыуын тәҡдим итә, йыр-моң оҫталары ҡурай һәм баян моңдарына ҡушылып, шаян таҡмаҡтар әйтә. Артабан урынлашҡан урыҫ, татар һәм мари халыҡтарының тормош-көнкүрешен сағылдырған ихаталарҙа ла шундай уҡ йәнлелек. Һәр ерҙә байрам кәйефе һәм төрлө милләт вәкилдәренең үҙ-ара ҡаҡшамаҫ дуҫлығы һәм татыулығы күҙгә ташлана. Былар һәр ихатала күрһәтелгән театрлаштырылған тамашаларҙа, айырым башҡарыусыларҙың сығыштарында ла күренде.

Ҡытай һәм Үҙәк Африкалағы Бурунди Республикаһының Өфөлә уҡыған студенттары «Яҙғы Никола» байрамын ҡарарға махсус килгән. Беҙ үҙебеҙ ҡәҙимге итеп ҡабул иткән күп нәмәләр сит ил йәштәрен ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы, һоҡландырҙы. Ул ғына түгел, Африка егеттәре Арлан ауыл биләмәһе мариҙарының киң билдәле «Сылбыр» («Веревочка») бейеүен башҡарыуын бер аҙ ҡарап торҙо ла, дөйөм күтәренкелек менән дәртләнеп, түңәрәккә төшөп китте.

– Беҙҙә рухи берҙәмлек, тыуған төйәктең сағыу тарихына һәм күп яҡлы мәҙәниәтенә һаҡсыл ҡараш, төрлө милләт вәкилдәренә ҡарата ихтирам һәм хөрмәт тәрбиәләү буйынса ҙур һәм маҡсатлы эш алып барыла, – тине район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин. – Быйыл үҙенең 200 йыллығын билдәләгән Изге Никола ғибәҙәтханаһы – Өфө епархияһында иң ҙуры һәм боронғоларҙың береһе. Уның манараһы Уралда иң бейеге, бына ике быуат дауамында ныҡлы ышаныс һәм иман сағылышы булып, Кама буйын йәмләп тора.

Тарихи күҙлектән ҡарағанда, Николо-Березовканың хәҙерге Башҡортостан биләмәһенә ингән Кама йылғаһы буйҙарындағы берҙән-бер ҙур сауҙагәр ауылы икәнлеге билдәле. Бында күсеп ултырған урыҫтар тәүҙә монастырь ҡорған, аҙағыраҡ ҡорам төҙөгән. Тора-бара ауыл Камалағы пристанле оло тораҡтарҙың береһенә әүерелгән. XX быуат башынаса ауылда икенсе монастырь ҙа булған. Николо-Березовкала бөйөк княгиня Елизавета Федоровна ике тапҡыр булып киткән. Монастырь паркындағы изге шишмә әле лә Елизавета исеме менән йөрөтөлә.

1994 йылда Кама буйындағы Никола ҡорамы, XIX быуат аҙағында төҙөлгән ҡоролмалар, тарихи-архитектура ҡомартҡылары тип иғлан ителеп, бөгөн тарих-крайҙы өйрәнеү музейы булған «Никола ҡорамы» комплексы составына инә. Бында ике тиҫтә йыл дауамында маҡсатлы яңыртыу эштәре алып барылыу менән бергә сиркәү эшләп килә, диндарҙар Изге Никола музейы менән теләп таныша. Ер өҫтөнән 40 метр бейеклеккә күтәрелгән манараһынан Кама йылғаһы ярҙарындағы хозур тәбиғәт менән һоҡланырға була.

Христиан диненең, славян халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәтенең республикала йәшәгән башҡа туғандаш халыҡтар диндәре, тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡаҡшамаҫ берҙәмлеге – байрамдың төп мәғәнәһе һәм идеяһы. Урыҫ һәм башҡа славян халыҡтары мәҙәниәттәренең сағыу өлгөләре йыйылыусыларҙы быйыл да бар яҡлап арбаны. Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан, күрше Татарстан һәм Удмурт республикаларынан, Пермь крайынан килгән 33 ижади коллективтың һәр береһенең сәхнәләге сығышы бик йылы ҡабул ителде. Быуындан быуынға күсеп килгән милли йолаларҙың һаҡланыуы, һәр ерҙә яңы биҙәктәр менән тулыланыуы һоҡланыу уятты.

Төбәктә йәшәгән бер нисә милләт һәм төрлө йәштәге тиҫтәләгән халыҡ оҫтаһының, алыҫ Ставрополь крайы, Владимир һәм Суздаль ҡалалары вәкилдәренең күп яҡлы йүнәлештәге ижади эштәре ҡуйылған аллеянан һәм һатыу-күргәҙмә рәттәренән көн оҙонона халыҡ өҙөлмәне.

Бер үк ваҡытта майҙандың икенсе мөйөшөндә ойошторолған халыҡ уйындары буйынса бәйгеләр ҙә күптәрҙе үҙенә йәлеп итте. Сараның икенсе өлөшөндә илебеҙҙең күп кенә төбәктәренән йыйылған һөнәри ҡыңғырау ҡағыусылар үҙ оҫталығын күрһәтте. Кама буйҙарынан алыҫтарға таралған сиркәү ҡыңғырауҙары сыңы байрамдың юғары ойошҡанлыҡ менән үтеүен, йыйылғандарҙың барыһына ла яңынан -яңы рух күтәренкелеге бүләк итеүен үҙенсәлекле әйтеп бирҙе.


Ансар НУРЕТДИНОВ,

«Башҡортостан»дың үҙ хәбәрсеһе.


Краснокама районы.




This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.