Ад-Духә сүрәһе
← Үә-Ләйл | Ад-Духәә СҮРӘҺЕ |
Әш-Шәрх сүрәһе → |
Сығанаҡ: Ҡөрьән Кәрим (Сауд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992, 960 бит. |
-
Ҡөрьән Кәрим
Д. Кинельский тәржемәһе, башҡортсаға Ф.Н.Байышев, Д.Д.Мәһәҙев
'
1. Ад-Духәә СҮРӘҺЕ
Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим!
1. Иртә менән ант итәм!
2. Һәм ҡараңғыланып барған төн менән ант итәм!
3. Һине Раббың ташлап ҡалдырманы һәм нәфрәтләнмәне.
4. Һинең өсөн ахирәт донъяға ҡарағанда яҡшыраҡ бит.
5. Һәм Раббың һиңә бирер, һәм һин ҡәнәғәт булырһың.
6. Ул һине етем хәлдә табып, һыйыныр урын бирмәнеме ни?
7. Һәм Ул һине аҙашҡан хәлдә тапты һәм тура юлға һалды.
8. Һәм Ул һине ярлы хәлдә тапты һәм байытты.
9. Һәм һин етемде йәберләмә,
10. һәм теләнсене ҡыуып ебәрмә.
11. Һәм Раббыңдың ниғмәте тураһында һөйлә!