Аждаһа йылы. Гүзәл Ситдиҡова

Аждаһа йылы



Киттең инде һин, ниһәйәт,
Аждаһа йылы,
Киттең - башҡа ла килмәҫлек
Эштәрҙе ҡылып.
Йәйҙә ямғыр төшөрмәнең
Утыңды өрҙөң,
Арҡалары ҡара көйҙө
Сарсаған ерҙең.
Тәрән шишмәләр ҡороно,
Һайыҡты Иҙел.
Болоттар беҙҙе онотто
Сит яҡта гиҙеп.
Һайыҡты беҙҙең нәҫелде
Һуғарыр инеш -
Аждаһаға мулдан ҡорбан
Кәрәккән имеш!
Телефондан бер-бер артлы
Номерҙар юям.
Юям да, тағы ниңәлер
Яңынан йыям.
Исемлектән юйылһа ла
Сыҡмай шул иҫтән.
Барыһы ла алыр кеүек,
Барыһы - иҫән.
Ҡыҫҡарҙы телефонымда
Ҡәҙерле һандар...
Юғалтты һеҙҙе Ай-Ҡояш,
Эңерҙәр-таңдар.
Инде йылдар һеҙҙе тапмаҫ,
Ямғыры-ҡары.
...Доғаларым ғына һеҙҙе
Юғалтмаҫ бары.


2013


 
  
This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.