Айыу менән бабай(әкиәт). К.Ушинский

Айыу менән бабай ( әкиәт )
автор К.Ушинский
Ижад итеү ваҡыты: билдәһеҙ. Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Айыу менән бабай


 Бер ваҡыт айыу менән бабай дуҫлашып алғандар ҙа бергәләп шалҡан сәсергә уйлағандар. Бабай айыуға:
— Тамыры миңә, япрағы һиңә булыр, — тигән. Шалҡан бик яҡшы уңған. Бабай үҙенә тамырын
алған, ә айыуға япрағын биргән. Айыу мығырлап- мығырлап ҡараған да, ни хәл итһен, шулай һөйләшелгән бит инде.
Икенсе йыл бабай айыуға:
— Әйҙә, тағы ла бергә сәсәйек, — тигән.
— Әйҙә, — тип риза булған айыу. — Тик был юлы һин һабағын алырһың, ә миңә тамырын бирерһең.
— Ярар, — тигән бабай. — Һинеңсә булыр. Был юлы улар бойҙай сәскәндәр. Бойҙай ҙа бик
шәп уңған. Бабай башағын, ә айыу һаламын алған. Айыу тағы ла алданған.
Шул көндән бирле айыу менән бабайҙың дуҫлығы ла бөткән.

 


1988 йыл