Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? Жәлил Кейекбаев

Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? (әкиәт )
автор Жәлил Кейекбаев
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?


 Айыу бал яратҡан. Балһыҙ йәшәй ҙә алмаған. Гел генә бал ашауҙы уйлаған да торған. Бал ҡорттары мыжғып торған ағас ҡыуышын күрһә, айыуҙың шатлығы эсенә һыймаған. Ул ағас башына менә. Умартаны пыр туҙҙыра. Бал ашарға тотона икән. Бал ҡорттары айыуҙы һырып алалар. Сағырға уйлайҙар. Ләкин булдыра алмайҙар. Сөнки айыуҙың йөнө оҙон, бал ҡорттарының саҡҡысы ҡып-ҡыҫҡа. Бал ҡорттары айыуҙың йөнө араһына уралып бөтәләр. Айыу ағастан төшә лә ергә ятып аунай башлай. Бал ҡорттары иҙелә лә бөтәләр. Шунан һуң айыу солоҡтағы бал менән рәхәтләнеп һыйлана икән, ти.
Бер ваҡыт урманға утын ҡырҡырға бер кеше килгән икән. Ағас башында бал ашап ултырған айыуҙы күреп ҡалған. Үҙе бал ашай, ти, үҙе йөнтәҫ оҙон ҡойроғо менән бал ҡорттарын ҡыуа икән, ти.
— һин, тайыш табан, ҡорттарҙы ҡырып, әҙер балды ашап йөрөйһөң икән әле! Муйыныңды өҙөрмөн! — тип ҡысҡырған кеше. Ул айыуға балтаһын һелтәгән. Ләкин балта айыуҙың муйынына түгел, ә ҡойроғона тейеп, уны сабып өҙгән.
Шулай итеп, айыу ҡойроғо менән хушлашҡан. Шунан бирле айыу ҡойроҡһоҙ йөрөй, ти.

 


1988 йыл