Айыу һөйләй(шиғыр). К.Булат

Айыу һөйләй ( шиғыр )
автор К.Булат
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Айыу һөйләй


 — Ауыҙыма ҡабып ятам
 Бармаҡтарҙы ҡыш көнөндә.
 Бейәләйһеҙ өшөй улар,
 Йылытҡыс юҡ һис өңөмдә.
 Йоҡлауым да һимеҙлектән —
 Эретәм мин һимеҙ майҙы.
 «Йоҡлай», — тиеп алдашалар
 Көтөп ятам йылы айҙы.

 


1988 йыл