Алабуға (әкиәт)
автор Азат Хәлилов
Ижад итеү ваҡыты: 2001. Нәшер ителгән: 2006. Сығанаҡ: Башҡортостан китап нәшриәте "Әсе шәкәр" Азат Хәлилов


Ҡасандыр, Алабуғаның да күлдәге Сабаҡ, Опто, Күкиндәрҙеке кеүек ялтырап торған. Уларҙыҡынан да матурыраҡ булған, ти. Шуның өсөн дә ул гел генә маһайыбыраҡ йөрөгән. Йөҙгән сағында ла нығыраҡ йылтыраһын өсөн юрамал болғаңлап – болғаңлап йөҙөр булған, ти. Тик Суртандың быға асыуы килгән. Сөнки уның улай мишуралы кейеме булмаған, ти. Шамбы кеүек гел яланғас йөрөгән, ти. Нисек тә Алабуғаның күлдәген һалдырып алмаҡсы булып хәйлә эҙләгән, ти. Тәки тапҡан ул хәйләне. Ул былай булған:

- Алабуға күршекәйем, мин Шамбы туғанымдың ҡоҙағыйына диңгеҙгә ҡунаҡҡа барырға ине. Һинеке кеүек күлдәк тектереп алырға ине. Шуға күрә һинекен кейеп кенә ҡарайымсы, – тигән ул.

Алабуға быға ышанмай:

- Юҡ, Суртан, мин күлдәгемде сисә алмайым, - тигәс, Суртан инәлеп:

- Йә инде, Алабуға, мин бит ошонда ғына кейеп ҡарайым.

Аптырағас, Алабуға йылҡылдауыҡлы күлдәген сисеп бирергә булған. Суртан кейеп тә алған, уҡ кеүек атылып юҡҡа ла сыҡҡан. Ә Алабуға кейемһеҙ уның артынан барырға оялған. Ул илай – илай йөрөгәнде, Күкин күреп ҡалған,ти. Һәм аптырап:

- Аһ, ниңә илайһың, Алабуға дуҫ ? – тигән ул.

- Эй, Күкин дуҫым, - тигән Алабуға иламһыранып, – Суртан, күлдәгемде кейеп ҡарайым ғына тигәнгә сисеп биргәйнем, күҙ асып йомғансы ҡасып китте. Мин хәҙер нисек урамға сығам инде.

- Йә, эш уҙған. Илауҙан файҙа юҡ. Минең өйөмдә һаҡланып ҡалған әҙерәк йылтыр тауарым бар, хәҙер алып киләйем дә, Ҡыҫаланың ҡайсыһы үткер, үҙе оҫта тегеүс лә, һә тигәнсе тегеп тә бирер, -тип өйөнә тауар алып килергә ҡайтып та киткән. Күп тә үтмәй килеп тә еткән,ти был. Алабуға менән Күкин Ҡыҫалаға йүнәлгәндәр.

Ҡыҫала Алабуғаның кәүҙәһен үлсәп, иртгә килеп алырға ҡушып, ҡайтарып ебәргән. " үҙе эшкә ултырғас, тауарҙың етмәгәнен күреп аптырап ҡалған. Тик ни эшләһен, иртәгә тиклем Алабуғаның күлдәген тегеп өлгөртөргә кәрәк , юғиһә, яланғас килеш кеше көлкөһөнә ҡала бит.

Күп уйлап тормай, үҙенең ҡыҙыл төҫлө тауарын ҡушып тегергә булған. Иртәгәһен Алабуға килгәс күлдәгенең матурлығына һоҡланып туя алмаған.

- Рәхмәт һиңә, Ҡыҫала, мең йәшә, ни эшләр инем һеҙ булмаһағыҙ – тип, Күкингә рәхмәт әйтергә ашыҡҡан. Шунан алып Алабуға ала – ҡола булып ҡалған, ти.