Ала бесәй(шиғыр). Айһылыу Йәғәфәрова

Ала бесәй (Шиғыр )
автор Айһылыу Йәғәфәрова
.Нәшер ителгән: 1996 йыл. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек.-Өфө"Китап",1996 йыл


Ала бесәй


 Ҡыш бабай ҡунаҡҡа килгән,
 Көндәр инде һыуынды.
 Беҙҙең ала бесәйебеҙ
 Аҡ мейескә һыйынды.
 Мыр-мыр килеп, күҙен йомған,
 Төш күрә ул: урамда
 Ҡыш бабай менән көрәшеп
 Йөрөй икән буранда.


1996 йыл