Алдарҙың ен ҡыуғаны (әкиәт)

Алдарҙың ен ҡыуғаны


Элек Алдар тигән бер кеше йәшәгән. Уның ҡорсаңғы ғына аты булған, ти. Шул атын, ҡойроғо аҫтында алтыны бар, тип һатмаҡсы булып йөрөй, ти. Ике кеше быны ишетеп ҡала ла, Алдар янына килеп:

— Ысынлап та алтыны бармы? Һатаһыңмы атыңды? — тиҙәр.

— Һатам.

— Күпмегә?

— Был үҙе алтын бирә. Шулай булғас, ун ат хаҡы ла аҙ булыр;— ти Алдар.

Тегеләр, Алдар һораған хаҡҡа килешеп, атын алып, ары киткәндәр, ти.

«Асығауыҙҙарға бер үләкһәне ослап, ун атлы булынылды, тағы берәйһен отоп булмаҫмы», тип, бер ваҡыт Алдар бағанаға һөйәлеп уйланып торған икән, әмәлгә ярағандай, бер кеше килеп сыҡҡан.

— Нимә эшләп тораһың? — тип һораған был Алдарҙан.

— Бына, бағана аумаһын тип, терәп торам. Ул ауһа, эш харап. Теләһәң, һин минең урынға тороп тор. Мин ҡайтып шуның хаҡын алып киләйем, тигән, ти Алдар.

Теге кеше ҡалған бағананы терәтеп. Эй көтә, эй көтә икән был. Алдар юҡ та юҡ. Байтаҡ торғас, Алдарҙың ҡатыны килеп сыҡҡан.

— Еңгә, Алдар өйҙәме?

— Юҡ, ул ҡарауылға киткән, һин нимә ҡыйратып тораһың?

— Бына, Алдар ағай: «Терәп тор, был бағана ауһа, эш харап»,— тип, үҙе шуның хаҡын килтерергә киткәйне,— тигән.

— Уҡытҡан икән. Әйҙә әле, үҙен табайыҡ.

Төге кеше бағананан ситкә киткән, бағана ҡоламаған, шул көйөнсә тора биргән, ти. «Алдаған икән был мине, кафыр. Туҡта, кәрәгеңде бирәйем әле мин, тип, теге кеше Алдарҙың бисәһенә эйәреп киткән. Барһалар, теге келәт терәтеп тора, ти.

— Ни эшләп тораһың?

— Миңә хаҡ бирә торған кешеләр тотолдо. Ат хаҡын да, бағана терәү хаҡын да бирергә тейеш ине. Келәте менән китеп бармаһын тип, терәтеп торам,— тип әйткән, ти, Алдар.

— Аттың алтын биргәнен кем күргәне бар,— тип, теге ҡорсаңғы атты алған кешеләрҙе бисәләре келәткә бикләп ҡуйған булғандар икән.

Бағана терәткән кеше уны-быны белмәй, ҡатындарынан булһа ла хаҡ алайым, тип инһә, тегеләр быны орғолап-бәргеләп сығарып ебәргәндәр. Алдарға ла өлөш эләккән, ти.

— Ну, бисәкәй, хәҙер эш башлана инде. һине минән һалдырып алырға тырышырҙар инде,— тигән Алдар, был мәхшәрҙән имен-аман ҡотолғас.

Ысындан да, теге өсәү бергәләшеп, Алдарҙан үс алырға булғандар! Уларҙың береһе мулла, береһе мәзин, береһе ҡазый булған икән, ти.

— Беҙ уның үҙен ҡыуҙырып, бисәһен үҙебеҙгә алайыҡ,— тип һуҙ ҡуйышҡан, ти, был өсәү.

— Беҙ Алдарыңды ебәрәбеҙ! — тип, ҡазый, мәзин, мулла берәм-берәм киләләр икән, ти.

— Ай, ҡәрендәш, һылыуһың. Йәш ваҡытың үтен бара, шиңгән гөлдәй һулырһың. Ни генә бирәйем һиңә, күңелеңә ярарға? — тигән ҡавый Алдарҙың ҡатынына.

— Ай-й-й, ҡәрендәш, сибәрһең! Һинең менән ҡалған ғына ғүмеремде уҙғарырға булмаҫмы? Күңелең ниҙе һөйә, ниҙәр алын бирәйем? — тигән мәзине.

— Бик сибәрһең икән! Йәнебеҙ йәннәттә булыр ине, икәү торһаҡ,— тигән мулла.— Ниҙәр алып киләйем?

— Йөнө-ние менән ҡаҙ килтер.— тигән дә ҡатын уларҙың төрлөһөн төрлө ваҡытҡа саҡырған. Ҡазый ҙа, мәзин дә, мулла ла берәр ҡаҙ тотоп килгән. Ҡатын йөнө йолҡолмаған ҡаҙҙы шул көйө-бер мендәргә тыҡҡан. Тегеләрҙең килгән берен сыуал артына индереп торған да, баяғы мендәр менән кәпләп ҡуйып, сыуалына ауалатып ут яғып ебәргән. Йылыла көплө тороп, теге һимеҙ нәмәләр бышлығышып, мендәрҙәге ҡаҙ һөрһөп, өй эсенә яман еҫ тарала.

Алдар ҡайта. Ишектән килеп инеү менән:

— Фу-у, әллә ниндәй еҫ сыға. Ендәр эйәләшкән, ахыры,— тип мылтыҡтан атып ебәрә. Теге өсәү ҡоттары осоп, ни эшләргә белмәй шарылдап, тырым-тырағай сығып тая.

Былар киткәс, Алдар яҡшы ғына кейенә лә арттарынан китә.

— Мөфтиҙәнмен мин,— ти Алдар.— Илгә яманлыҡтар килә. Шуның өсөн имен-аман саҡта изге кешеләрҙе икенсе ергә күсерәбеҙ,— ти.

Шулай итеп, муллаларҙы тейәндереп сығарып ебәргән дә үҙе, улар ерендә ҡалып, бик бай тормош көтә башлаған.