Алламы ни мин яратыр кеше. Тамара Искәндәриә

Алламы ни мин яратыр кеше (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Алламы ни мин яратыр кеше


Алламы ни мин яратыр кеше,
Ниңә һуң мин уға табынам?
Үтә бейек ҡуйып талаптарҙы,
Тупһаларҙа ғына абынам.

Күҙ һал тирә-йүнгә, яп-ябай бит
Әҙәм балаһының хәжәте.
Нимә уйлап сығараһың тағы,
Нимә һуң ул — йөрәк халәте?!

Эшлекле һәм етди була бел дә
Уйҙырмаңды онот бөгөндән,
Һин бер бөжәк, ҡарышлауыҡ ҡына,
Мейең генә күберәк бөгөлгән...

Ә мөхәббәт... Ул да тәбиғәттең
Бер алдатҡыс ялтыр биҙәге,
Донъя мәңге дауам итһен өсөн
Уйлап сығарылған биҙгәге...

Ҡайыҙлайым шулай күңел ҡошон,
Ә ул тыныс ҡына, бисара,
Күҙләй күкте...
Унда, дыу килешеп,
Ҡанатлылар бәпкә осора!