Алмағастар ултыртабыҙ(шиғыр). Ә.Вахитова

Ағастар ултыртабыҙ ( шиғыр )
автор Ә.Вахитова
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ағастар ултыртабыҙ


 Алмағастар ултыртабыҙ
 Мәктәптең эргәһенә.
 Мәктәбебеҙ күмелһен, тип,
 Уның күләгәһенә.
 Яҙҙар еткәс, һылыу булып
 Йәшәрер алмағастар.
 Ботаҡтарында шатланып
 Һайрарҙар һандуғастар.
 Урамдан үткән һәр кеше
 Уны күреп һоҡланыр,
 Алтын ҡуллы булғандар, тип
 Беҙҙе лә иҫкә алыр.

 


1988 йыл