Алма(шиғыр). Гөлфиә Юнысова

Алма ( шиғыр )
автор Гөлфиә Юнысова
.Нәшер ителгән: 2006 йыл йыл. Сығанаҡ: "Башҡорт теле".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",2006 йыл


Алма


 Алманы, алманы,
 Алманы кем алған?
 Алманы, алманы
 Ҡыҙыл ут ялмаған.
 Алманы, алманы,
 Алманы кем алһын?
 Алманы, алманы
 Нишләп ут ялмаһын?
 Алманы, алманы
 Ҡояшҡай күргән бит.
 Үҙенең ут төҫөн
 Алмаға биргән бит.


 


2006 йыл