Алтынсәс
Борон заманда, бынан бик күп йылдар элек, тап ҡара урман уртаһында йәшәгән, ти, бер һунарсы. Уның Үтәғол исемле улы була. Малай ике йәшкә еткәс, әсәһе үлеп китә. Үтәғол атаһы тәрбиәһендә тороп ҡала. Улар бергәләп, кәкере-бөкөрө төтөн сығарып, тағы ун биш йыл йәшәгәндәр. Үтәғол егет булып өтә. Ул кесе йәштән алып, атаһы менән бергә һунарға йөрөп, оҫта һунарсы булып үҫә.
Бер ваҡыт Үтәғол менән атаһы һунарға китәләр. Кинәт ағас араһынан бик ҙур айыу килеп сыға ла ҡарт һунарсының өҫтөнә ташлана. Егет абайларға өлгөрмәй, уның өҫтөнә икенсе айыу менеп килә. Үтәғол үҙенә ташланған айыуҙы үлтергәнсе, теге айыу атаһын бик ныҡ йәрәхәтләп өлгөрә. Атаһы, шул йәрәхәттән терелә алмай, үлеп китә. Үтәғол тере етем булып тороп ҡала. Был хәсрәтле урынды ташлап, ул күрше ауылға эш эҙләп китә. Үтәғол бик яман бер байға ялсылыҡҡа инә. Ул уның йомоштарын үтәй-үтәй арып бөтә.
Бер ваҡыт бай бер сихырсынан, имеш, алтын балыҡ итен ашаһаң, барлыҡ йән эйәләренең дә тауышын аңларға мөмкин тигән хәбәр ишетә. Бай Үтәғолға, йылғаға барып, алтын балыҡ тотоп алып ҡайтырға ҡуша:
– Алып ҡайтмаһаң, башыңды сабып өҙөрмөн, – ти.
Бик оҙаҡ эҙләгәндән һуң, Үтәғолдоң ауына алтын балыҡ эләгә. Алып ҡайтып байына күрһәтә, бай бик шатлана, шунда уҡ бешерергә ҡуша:
– Тик ҡара уны, бер ҡабым да ашап ҡарама, юғиһә үлтерермен, – ти бай.
Үтәғол балыҡты бешерә лә, йә тоҙо сыҡмаҫ, йә артыҡ булыр тип, балыҡтың ҡойроғон ғына киҫеп алып, тәмләп ҡарай. Ашап ҡараһа, балыҡ бик тәмле була. Шул тиклем тәмле була, ул үҙен-үҙе тота алмай, ашай башлай. Шул ваҡыт уның эргәһенә безелдәп бер себен осоп килә лә:
– Миңә лә ашат инде, мин бик алыҫтан киләм, һине йыраҡ-
тан күрәм, – ти. Егет себенде лә туйҙырып ебәрә. Себен рәхмәттәр уҡып, кәрәк ваҡытта ярҙам итергә вәғәҙә биреп, безелдәп осоп китә.
Балыҡты ашап бөтә лә Үтәғол, ябай балыҡ бешереп, байға ашата. Ашағандан һуң бай, төрлө ҡош-ҡорттоң тауышын тыңлап ләззәтләнергә уйлап, ат ектереп, урманға сыға. Ләкин ҡоштарҙың береһенең дә тауышын аңламай. Үтәғолдая үс алырға була. Тиҙҙән байҙың бисәһе үлеп китә. Бай ҡайҙандыр бынан бик алыҫ торған бер батшаның Алтынсәс исемле бик матур зифа буйлы ҡыҙы барлығын ишетә.
– Теләһә нисек, теләһә ниндәй юлдар менән булһа ла Алтынсәсте килтер, – ти бай Үтәғолға. Егет янып-көйөп юлға сығып китә. Юлда барғанда ул бер ағас төбөндә ҡырмыҫҡа ояһының яныуын күрә. Бисара ҡырмыҫҡалар, ҡайҙа барырға белмәй, яҡ-яҡҡа сабалар. Үтәғол, уларҙы ҡыҙғанып, янғынды һүндерә. Ҡырмыҫҡалар рәхмәт әйтеп, кәрәк ваҡытта ярҙам итергә вәғәҙә биреп тороп ҡалалар.
Егет ары китә. Бара торғас, бер ағас төбөндә ояларынан осоп төшкән ике һайыҫҡан балаһын күрә. Улар сыйылдашып ярҙам һорайҙар. Үтәғол уларҙы ояларына кире һала. Улар ҙа рәхмәт әйтеп, кәрәк ваҡытта ярҙам итергә вәғәҙә биреп тороп ҡалалар.
Үтәғол тағы китә. Бара торғас, ул бер йылға буйында ике балыҡсының ҡанға батып һуғышып ятыуҙарын күрә. Улар янына килеп, һуғышыуҙарының сәбәбен белә: баҡһаң, улар алтын балыҡ өсөн һуғышалар икән. Үтәғол алтын балыҡ өсөн бик күп аҡса биреп һатып ала ла балыҡты һыуға ебәрә. Балыҡ рәхмәт әйтеп, кәрәк ваҡытта ярҙам итергә вәғәҙә биреп, йөҙөп китә.
Бик күп михнәттәр күреп, Үтәғол теге батшаға килеп етә. Батша бының һүҙен тыңлағандан һуң, егет алдына өс бурыс ҡуя:
– Ошоларҙы үтәй алһаң, ҡыҙҙы алып ҡайтаһың. Беренсе шарт шул: Алтынсәс иптәштәре менән күңел асып йөрөгәндә, бауы өҙөлөп, муйынынан бик ҡиммәтле мәрйендәрҙән торған муйынсағы төшөп юғалды. Улар шул тиклем ваҡ, эҙләп-эҙләп таба алманыҡ, һин шуларҙы тап, – ти.
Үтәғол, бик ҡайғырып, юлға әҙерләнә. Бер ниндәй ҙә сара таба алмайса йөрөгәндә, уға теге ҡырмыҫҡалар ярҙамға килә. Улар үлән төбөнән бөтә мөрйендәрҙе табып бирәләр. Егет, мәрйендәрҙе алып ҡайтып, батшаға тапшыра. Батша бик ғәжәпләнә лә икенсе шарт ҡуя:
– Икенсе шарт шул: иптәштәре менән йылғала кәмәлә йөрөгәндә Алтынсәс балдағын һыуға төшөрөп ебәрҙе. Беҙ эҙләп-эҙләп таба алманыҡ, һин шуны тап, – ти.
Үтәғол йылға янына барып, бик ҡайғырып ултырранда, әлеге алтын балыҡ ярҙам итә. Ул алтын балдаҡты табып алып килтереп бирә. Батша быға ла бик ғәжәпләнә. Өсөнсө шартын ҡуя:
– Өсөнсө шарт, – ти, – йән үлтерә, йән терелтә торған шифалы һыу табып килтер.
Үтәғол бик ныҡ ҡайғырған. Аптырап, нисек үтәйем инде, тип сығып китә. Шулай уйланып, ҡара урман әсенә барып керә. Ағас төбөндә уйланып ултырғанда, әлеге һайыҫҡан балалары ярҙам итәләр. Улар ете һыу, ете тау-урман аша үтеп, Үтәғолға теге шифалы һыуҙарҙы килтереп бирәләр. Ләкин батша был һыуҙарға ышанмай, һынап ҡарарға була. Шунда уҡ бер ҡарт хеҙмәтсеһен килтертә лә үлтерә торған һыуҙы һибә. Һыуҙы һибеү менән, хеҙмәтсе үлә, терелтә торғанын һибеү менән, хеҙмәтсе терелә.
Хәҙер инде батша Үтәғол алдына иң һуңғы һынау ҡуя:
– Бына һинең алдыңда ун ике бер төҫлө, бер төрлө кейемле ҡыҙҙар. Улар араһынан Алтынсәсте тап, – ти.
Үтәғол тағы ла аптырап ҡала. Шул саҡ уның ҡолағына теге себен килеп ҡуна ла:
– Мин ярҙам итермен,– тип безелдәй. Себен тиҙ генә осоп китеп, бөтә ҡыҙҙарҙың яулыҡ аҫтына кереп, Алтынсәсте таба ла Үтәғолдоң ҡолағына килеп ҡуна.
– Әйҙә, киттек, мин һиңә барып етеү менән «өҫтәлгә һуҡ» тип әйтермен, – ти.
Үтәғол себен ярҙамында Алтынсәсте таба ла, батша менән хушлашып, ҡыҙҙы алып ҡайтып китә. Бик күп яфалар күреп, бик күп ғазаптар сигеп, ҡыҙҙы байға алып ҡайта. Бай, уның, юлда оҙаҡ йөрөгәнлегенә асыуланып, башын киҫтереп һарайға ташлай.
Алтынсәс юлда Үтәғолдо яратып өлгөргән була. Ул байҙан Үтәғол менән һаубуллашырға рөхсәт һорай. Бай теләр-теләмәҫ кенә риза була.
Алтынсәс һарайға инә лә теге терелтә торған һыуҙы һибеп ебәрә. Үтәғол элеккенән дә матур, таҙа егет булып килеп тора. Улар ҡултыҡлашып һарайҙан килеп сыҡҡас, байҙың иҫе китә. Уның да шулай, үлеп, яңынан терелеп, тағы ла йәшәрәһе килә. Ул үҙенең башын сабып өҙөргә бойора. Байҙың башын сабып өҙәләр. Өҙөүен өҙәләр ҙә, һуңынан терелтмәйҙәр. Байҙы алып барып күмәләр. Үтәғол уның урынына бай булып ала. Алтынсәс менән икәүләп донъя көтә башлайҙар.
Шуның менән әкиәтемде бөтөрөп, убырлы ҡарсыҡҡа бер ҡалаҡ тоҙ менән бер телем икмәк алып барып бирҙем. (Шулай тип бөтөрөп ҡуялар беҙҙең яҡта әкиәтте.)