Алҡалы төн. Гүзәл Ситдиҡова.


Алҡалы төн


Һыңар алҡа таҡҡан ҡарт сиғандай
Тәҙрәләрҙән ҡарай айлы төн,
Ҡасан ғына әйтте сиған ҡыҙы:
- Бәхеткәйең, һылыу, һай төтөн...

Ирмәк күреп, «эйе» тиер саҡта
«Юҡ» тип уны бутап бөтөрҙөм.
Эстән генә көлөп, ул юраны,
Тыңлап бөткәс, үҙем бер көлдөм.

Өс һум түләп, мәҙәк тыңлап киттем,
Ул алданы, мин дә алданым -
Киләсәкте белмәй күрәҙәләр,
Быны инде күптән аңланым.

Һыңар алҡа таҡҡан ҡарт сиғандай
Төндәр, әйҙә, күҙгә ҡараһын.
... Бер сиғанды алдау - бер ни түгел,
Яҙмышыңды алдап ҡара һин!


1975


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.