Аманат. Гүзәл Ситдиҡова

Аманат



Иртән һис уянғы килмәй,
Барғы килмәй дәрескә,
Ниңә инде дәрестәрҙе
Ҡуймайҙар икән кискә?!
Төшкә хәтлем йоҡлар инем,
Уйнап та туйыр инем,
Министр булһам, дәресте
Ун минут ҡуйыр инем.
Ышанып ҡуймағыҙ бер үк –
Шаярттым ғына лаһа,
Яҡшы уҡыйым мәктәптә,
“Дүртле” лә “бишле” алам.
Иртән һис уянғы килмәй,
Торғо килмәй инде ул,
Әммә уҡып, белем алыу
Тик берҙән-бер тоғро юл.
Пәйғәмбәребеҙ әйткән бит:
Наҙан – беҙгә ят, тигән,
Ҡытайға барып булһа ла
Белем алып ҡайт, тигән.
Уның ошо васыяты
Һәммәбеҙгә аманат.
Уҡыйым, ҡыла алмайым
Аманатҡа хыянат.


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.