Ант(әкиәт). Факиһа Туғыҙбаева

Ант ( әкиәт )
автор Факиһа Туғыҙбаева
.Нәшер ителгән: 2009 йыл. Сығанаҡ: "Мин уҡырға яратам ".-Өфө/Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап " нәшриәте,2009 йыл


Ант


 Ҡояшлы йәмле көндәрҙә бүре малайы Уткүҙ, ишек төбөндәге төпһәгә ултырып, тәмәке көйрәтергә яратҡан. Атаһы тыйып ҡараған:
— Йүнһеҙ бала, ташламай бит шул алама ғәҙәтен. Үҙем ғәйепле инде, үҙем, — тип үкенгән. — Ауылға һарыҡ тамаҡларға эйәртеп йөрөтмәһәм, бындай насар эшкә өйрәнмәҫ ине. Кешеләрҙән күреп ҡайтты ла тыйып-нитеп булмай был малайҙы.
Әсәһе өгөтләгән:
— Ҡуй, балам, ташла шул тәмәкеңде, һаулығыңа зыян килер, — тигән.
Ҡуян малайы Сапҡын гел ағас араһынан күҙәтеп торор булған Уткүҙҙе. Түҙмәгән, бер көндө бөтөн батырлығын йыйып, уның эргәһенә сабып килгән.
Уткүҙ, күҙенең утын осҡонлатып ебәреп, тәмәкеһен тартыуын белгән.
— Нимә ул ауыҙыңда? — тип аптыраған Сапҡын. — Ауыҙыңдан да, танауыңдан да төтөнө сыға.
— Сыға шул, сыға... Мин хәҙер һарыҡ-маҙар, ҡуян-муян артынан сабып йөрөмәйем.
— Нишләп?
— Ауыҙымдағы нәмә тылсымлы. Шуның төтөнөн өрөп ултырһаң, тамаҡ та туя ла ҡуя, — тип алдашҡан.
— Ысынмы?
— Мин Һине алдап ултырырға төлкөмө әллә, иҫәркәй?
«Их, шул «тә-мә-ке» тигәндәрен ҡулыма төшөрһәм, мин дә урман буйлап аҙыҡ эҙләп йөрөмәҫ инем», — тип уйлаған Сапҡын.
— Миңә лә берҙе генә бирһәңсе, Уткүҙкәй! — тип ялбарған.
— Үҙемә лә етмәй. Кешеләрҙән урлап ҡына алдым әле...
— Ну, берҙе генә ашап ҡарайым инде...
— Ашап түгел, тартып... — Уткүҙгә Сапҡынды әүрәтеп ултырыуы ҡыҙыҡ икән.
— Ну, тартып...
— Ярай инде, бик ялынғас, берҙе генә бирәм. - Эй ҡыуанған Сапҡын.
— Нисек тартырға беләһеңме һуң?
— Өйрәнермен, өйрәнермен. Бир генә. Атайыңа ла, әсәйеңә лә минән алғанды әйтмә.
Әтеү кәрәгеңде бирермен. Ишетһен ҡолағың!
— Ярар, ярар. Бир генә!
«Харап, минең менән типә-тиң һөйләшергә батырсылыҡ итә, мәхлүк», — тип йәне көйгән Уткүҙҙең. Шуға күрә Сапҡынды төп башына ултыртырға булған:
— Тәмәкене тартырға ҡыйыҡ башында ғына өйрәнеп булғанын онотма-а-а!
Сапҡын сабып ҡайтып киткән дә, шырпы алып, дөбөр-шатыр ҡыйыҡ башына менгән. Ата- әсәһе күрмәй ҙә ҡалған.
Тәмәкеһен тоҡандырайым тигәнсе мыйығы янып киткән. Бирешмәҫкә тырышҡан Сапҡын. Улай ҙа булмай, тәнендәге йөнөнә ут ҡапҡан. Ҡото осоп, ҡыйыҡ башында тәгәрәргә тотонған, һалам ғына ҡыйыҡ та янып киткән. Эй аҡыра, ти, Сапҡын:
— Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ! Сапҡындарҙың өйө янғанын ҡарап торған Уткүҙ ҡыуанысынан үрле-ҡырлы һикерә, ти: «Вәт миңә шашлыҡ булды!»
Ярай әле, урман күлендәге янғын һүндереүселәр — торналар, осоп килеп, Сапҡындарҙың өйөн ҡотҡарған. Юҡһа, бер нәмәһеҙ тороп ҡалырҙар ине бахырҡай ҡуяндар аҡылһыҙ Сапҡын арҡаһында.
Ҡыйыҡтан ҡолап төшкән Сапҡын үлән араһында тәгәрәй, ти. Янған тәне үҙәккә үтеп Һыҙлай.
— Әсәй, үлә-ә-м! — тип аҡыра, үҙе илай.
Дауаханаға илтеп һалғандар бер ҡатлы Сапҡынды. Бер йыл ятҡан ул шунда.
Бер көн ишек асылып китеүенә ятҡан еренән тороп ҡараһа, теге алдаҡсы Уткүҙҙе алып килә ятыуҙары.
Сапҡын сәләм бирер урынына:
— һин дә сирләгәнһең икән яуыз Уткүҙ, — тигән, асыуы килеп. — Шәп булған, шәп! һиңә шул таман!
— Башҡаларҙың ҡайғыһына шатланырға ярамай, белекһеҙ!
— һин түгелме ни мине тәмәке менән алдаған? Тәмәке булһа, ризыҡ кәрәкмәй, имеш!
— һин үҙең ғәйепле. Үҙең ялбарып һорап алдың.
— Бирмәҫкә кәрәк ине.
— Йә, ярар, ғәфү ит, Сапҡын, — тигән Уткүҙ. — һинең ҡарғышың төштө, ахыры, миңә. Сирләп киттем.
— Нимә булһын инде һиңә, бүрегә?
— Улай тимә әле, туғанҡайым, тамағыма яман шеш сыҡты. Врачтар, тәмәке тартҡанлыҡтан, ти. «Их, тыңламаным шул атайымды ла, әсәйемде лә».
Уткүҙ был юлы Сапҡынға дөрөҫөн һөйләгән. Бер-ике көндән уға операция яһағандар. Уңышлы үткән, ярай ҙа, уныһы. Бер аҙ хәл кергәс, Уткүҙ Сапҡынға ант биргән:
— Аҡ тәүбә, ҡара тәүбә, дуҫҡайым, икмәк өҫтө бына, бер ҡасан да тәмәке тартмаҫҡа ант итәм һиңә.
Сапҡын да уның һүҙҙәрен ҡабатлаған:
— Аҡ тәүбә, ҡара тәүбә, дуҫҡайым, яңынан үҫеп сыҡҡан мыйығым менән ант итәм һиңә. Икмәк өҫтө бына, бер ҡасан да тәмәке тартмаясаҡмын!

 


2009 йыл