Апрель еткәс ҡарҙар яуа. Гүзәл Ситдиҡова


* * *


(Украина...)
Апрель еткәс ҡарҙар яуа,
Ялпылдап, баҫып яуа,
Күкте болот ҡаплап алған,
Һыуыҡ тын бөркә һауа.
Ҡыш көрәшә аҡтыҡ көскә,
Килә йәшәгеләре,
Тыуымдан ҡала алмағас
Бар шул үләһеләре.
Атамаһын да биргәндәр -
"Ҡар башына ҡар етә"
Йәше ашай ҙа иҫкеһен,
Илашып икәү китә.
Ҡар башына ҡар етһен ул,
Был - тәбиғәт йолаһы.
Ир башына ир етмәһен,
Ил башына ил етмәһен -
Тыныслыҡ бир, Илаһым!
25.04.14


2014


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.