Арала ят берәү бар. Тамара Искәндәриә

Арала ят берәү бар (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Арала ят берәү бар


Арала ят берәү бар –
Һиҙәм уның һулышын.
Уның ҡайнар һулышын…
Беҙ икәүгә урын тар.

Илерткес наҙ ҡосағы
Асылғас кына – төңөл,
Асылғас ҡына – төңөл!
Һүнә һөйөү усағы.

Быуа әсе күҙ йәшем –
Миңә ни кәрәк тағы,
Миңә ни кәрәк тағы,
Ҡырҡты үткәс йәшем?

Һөйөүемде ят күҙҙән
Ҡурсаламаның ниңә?
Ҡурсаҡ түгел шул йәнем –
Ҡурылған гөлдәй, һүнә…