Арбалы толпар. Гүзәл Ситдиҡова


Арбалы толпар




Көлһәм, тик бер генә йылмай,
Йәлләсе бер, илаһам,
Ел булып осоп киләйек -
Күңелем тулы моң-аһәң.
Ҡуйнайыҡ ҡырлас ҡаяға,
Тәмләт болот тәмдәрен,
Өйөрөләйек онотоптар
Һор фаныйлыҡ ғәмдәрен.
Бармы беҙ менмәҫ бейеклек,
Бармы ҡосмаҫ ҡаялар!
Талпынырға әҙерләнеп
Иңдәреңә таянам.
Көсһөҙ микән ҡанаттарым -
Төштөм ергә йығылып,
Етәкләгән һәлмәк ҡулға
Йәшем тамды һығылып.
Османың да, осорманың,
Ҡырҡтың хыял ҡанатын.
Арба тарта, сана һөйрәй
Толпар затлы күк атым.
Мәрмәр ярҙар кеүек ҡамай
Төҙҙәрҙән-төҙ хаҡлығың.
Донъяла тик бер төҫ ҡалды –
Ҡарҙай һалҡын аҡлығың…


2012


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.