Арыш башағы. Мәжит Ғафури

Арыш башағы
автор Мәжит Ғафури
Сығанаҡ: М. Ғафури. Әҫәрҙәр, т. 1—6, Өфө, 1954—57 й./ • Арыш башагы : [нәсер] // Шура. – 1912. – № 8. – Б. 242–243. * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Бынан ике йыл элек һин емерелеп үҫтең. Маҡсудың — халыҡтың рәхәте һәм уларҙың бай тороуҙары булғандыр. Ләкин халыҡ һинең маҡсудыңды аңлай алманы. Ул ваҡытта һинең халыҡ араһында ҡәҙер һәм иғтибарың, хөрмәтең бер ҙә генә ҡалмаған ине. Һин быларҙың ул иғтибарһыҙлыҡтарына ҡараманың, тағы ла үҫтең. Уның һайын хөрмәтең бөттө. Һине һанға һуҡмай башланылар. Һине ашаған кешеләргә: «Улар арыш ашап торалар»,— тип, түбән күҙ менән ҡаранылар. Һине кәмһеттеләр. Булды шундай ваҡыттар: һинең ботоң егерме биш тингә төштө. Һине һатып, шул аҡсаға аҡ он алып ашанылар. Һине ашамай, дәстәрханаларына алмай башланылар. Һин бисараны илтифатҡа алып, дәстәрханға ҡуйыусылар аҙ ине. Гүйә, һин уларҙың мәжлестәрен йәмһеҙләй торған бер насар ғына булып ҡалдың. Ул ваҡытта һинең урының фәҡирҙәрҙең ҡара ашъяулығы, ҡараңғы йорттары булды. Улар һине аҙ-маҙ ҡәҙер иткән булалар ине. Уларҙың был хөрмәттәре лә һине һөйөп түгел, бәлки аптырағанлыҡтан, башҡа нәмә таба алмағанлыҡтан ғына ине. «Арыш икмәге ашаһаң, эсте ауырттыра»,— тип тағы ла һиндә бер ғәйеп, кәмселек бар төҫлө итеп, һинән шикәйәт иттеләр. Һине тирмәндә тарттырып, аттарға болғатып ашатырға ғына тота башланылар. Гүйә, һин хайуандарға ғына аҙыҡ булырға лайыҡ бер нәмә булып ҡалдың. Һине һатып аҡсаңа аҡ һәм ҡыҙылдарҙы алып эстеләр. Һин әҙәм балаларына файҙа килтерә тороп та, шул саҡлы түбән ҡалдырыуҙарына, хөрмәт күрһәтмәүҙәренә үпкәләнең, сабырың бөтөп, асыуландың. Әҙәмдәрҙән үсеңде алмаҡсы булдың. Бына үткән йыл ҡарыштың — үҫмәнең.

Һин үҫмәгәс, баҫыуҙарҙа йәм һәм матурлыҡ бөттө. Һинең үҫмәүеңде күреүҙәре менән, әҙәм балаларының төҫтәре ҡасты. Шунда уҡ ҡәҙер, хөрмәтең арта башланы. Бер ай эсендә өс-дүрт мәртәбә баһаң күтәрелде. Үткән йылда һине юҡ-бар хаҡҡа һатып, аҡсаңды эсеп бөтөргән ағайҙарҙың иҫтәренә төштө. Һине хөрмәт итә алмағанға үкенә башланылар. Халыҡтың бөтә рәхәте һинең үҫеүеңдә икәнен бик асыҡ белделәр. Баҫыуҙарға сығып, ҡорбандар салып, алланан һинең үҫеүеңде һорай башланылар. Юҡ, һин һаман үҫмәнең. Бер йыл үҫмәҫкә ҡарар бирҙең. Халыҡтың сәғәҙәттә, рәхәттә йәшәүҙәренә ни саҡлы ҙур тәьҫирең бар икәнен күрһәтергә ҡарар бирҙең.

Ваҡиған, һин үҫмәгәс, бөтә халыҡтың рәхәттәре хәсрәткә алмашынды. Үткән йыл көфране ниғмәт ҡылған ағайҙар быйыл һине тәҡдир итә башланылар, үкенделәр. Һин үҫмәүең менән ярлыларҙың аҡтыҡ аттарын һаттырырға, байҙарҙың иғлане ифләс итеүҙәренә сәбәп булдың. Пайтәхеттәргә саҡлы тәьҫир иттең. Маҡсудың муафәҡиәт менән тамам булды. Үҙеңдең кем икәнлегеңде теләгәнеңдән артыҡ белгертә алдың!..

Юғарыла әйткәнсә, һин бер ваҡыт тамам ҡәҙерһеҙләнгән инең. Ә был көндә?.. Был көндә һинең һәр бер бөртөгөң алтын урынына йөрөй башланы, һине аяҡ аҫтына ҡалдырған, һине тупраҡ урынына йөрөткән ағайҙар, был көндә һине таба алмай, күҙ йәштәрен түгәләр. Һинән башҡа һәммә нәмәне оноттолар, күңелдәрендә яңғыҙ һин генә ҡалдың. Һинең бер валсығыңды ергә төшөрмәй, «әпәкәй» тип ҡәҙерләп йөрөтә башланылар. Һинең иң ҡәҙерле, бөтә халыҡтың иң кәрәкле нәмәһе икәнеңде һәммә халыҡ аңланы. Газета сөтүндәре һинең исемең менән тулды. Бойҙайҙарҙың исемдәре телдән төштө. Һәр бер кешенең ауыҙында һин генә.

Һине ихтирам итер өсөн, һинең исемеңә «арыш башағы» исемендә байрамдар яһай башланылар. Иң түбәнге ауыл халҡынан алып, пайтәхеттәрҙә тора торған аҫыл заттарға саҡлы, һине хөрмәт иттеләр. Арыш башағының ни рәүешле икәнен мәүлид ҫөләҫәнән нәбатат ҡисмен уҡыған саҡта ғына күргән, һине шуның арҡыры ғына таныған кешеләр был көндә һинең башағыңды биләзат күрҙеләр. Ғүмерендә ҡулына арыш һаламы тотмаған, һине тиңһенмәгән кешеләр һине тоталар. Һин был көндә матур ҡыҙҙар ҡулында, зәңгәр сәскә менән бергә беркетелгән хәлдә, һатыла башланың. Һәр кемде мәфтүн итеп үҙҙәренә мәғнан әсир итеүселәр, бер башағыңдың түшендә булыуы менән ифтихар иткән төҫлө урам буйлап йөрөй башланылар. Һине ғүмерендә бер мәртәбә булһын тотмаған ҡулдар был көндә һине күкрәктәренә ҡаҙанылар. Брильянт, алмастар менән биҙәлгән медальондары менән бер рәттән ҡуйҙылар. Һәр бер башағың әллә нисә һумдарға һатылды. Һине һатыу менән иң матур ҡыҙҙар, иң даһи егеттәр ифтихар итәләр, иң мәшһүр фамилияларҙың мөзәйян йорттары эсендә, кеше күҙенә күренә торған урында, һине күрергә мөмкин. Донъяла бынан артыҡ ихтирам күреү кемдәргә генә мөйәссәр булыр? Юҡ! Һис бер юҡ!

Инде әҙәм балалары һинең иң файҙалы нәмә икәнеңде артығы менән белделәр. Һин үҫмәһәң, үҙҙәренең ас-яланғас ҡаласаҡтарына тамам иман килтерҙеләр. Улар инде насар ғәҙәттәренән тәүбә вә истиғфаф ҡылдылар. Быйыл һин Русиә халҡына үҙеңдең кем икәнеңде таныттың. Русиә халҡының сәғәҙәт вә рәхәте һинең арҡала ғына икән. Һин бынан һуң бисара астарҙы ҡыҙған. Уларҙың күҙ йәштәрен түктереп, йөҙҙәрен һарғайтып, күҙҙәрен эскә батырма, ҡара ер өҫтөн йәшәрт, баҫыуҙарҙы матурландыр, һинең үҫеүеңде күреп, ҡыш буйынса көлмәгән йөҙҙәр көлһөндәр. Күңелдәре һынған бисаралар шатланһындар. Матур яҙ, йәй көндәрен, һине күреп, шатлыҡ менән үткәрһендәр. Үҫ, арышҡай! Үҫ! Бисараларҙы ҡыҙған! Бынан һуң һине хөрмәт итерҙәр. Әҙәмдәргә кенә һаҡлама! Үҫ!