Атайлылыҡ. Гүзәл Ситдиҡова

Атайлыҡ
автор Гүзәл Ситдиҡова
Ижад итеү ваҡыты: 2013.


* * *


Атайлы-инәйле булып үҫһен, тип теләйҙәр
донъяға сабый килгәндә

Айырылышты бер пар... Күптәнме ни
Өҙөлөшөп торған ғашиҡтар!
Хәҙер инде бергә үтер өсөн
Һөйөү донъяһына ишек тар.
Ишек тупһаһында сабый илай,
Ике яҡҡа һуҙып ҡулдарын,
Тик атаһы баҫҡан арҡа менән
Онотҡан да кеүек ул барын.
Ә әсәһе тарта үҙ яғына,
Ирҙән, имеш, ала үстәрен,
Бала йөрәгенә ҡаҙай-ҡаҙай
Селпәрәмә килгән хистәрен.
Кеше көнлө бала, күнер инде,
Яраланып торор тик йәне,
Күҙҙәренән йәшен эркелдерер
Башҡаларҙың "атай" тигәне.
Атай ҡулы шундай кәрәк булыр
Йәнтәслимгә барып ҡолаһа,
Ир кешегә илау килешмәй, тип,
Кем нығытыр уны, илаһа!
Бар ҙа кеүек атай, тере килеш
Әйтерһең дә үҙе ерләнгән,
Мин ташландыҡ, тиеп, күпме икән
Эстән генә улы ғәрләнгән...
Атайһыҙҙар...
Заман етемдәре,
Һуғыш та юҡ, юҡ бер йот-йолом,
Өҫтө бөтөн, тамағы туҡтыр ҙа,
Күңел - китек, шул бит ҙур золом!
37-сенән етем атай
Олатайым ҡәберен эҙләне,
Ғүмер буйы хыял иткәненсә,
"Атай" тиер өсөн теҙләнеп.
Табалмайса китте… Алып китте
“Атай” тиеп йыйған күҙ йәште.
Әйтәйемме?.. Мин дә бала саҡта
Олатайлыларға көнләштем…


2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.