Хат ебәрҙек Оренбург ҡалаһынан,
Ҡалаһында ғөләмәләр араһынан.
Хөрмәтле атайыма йөҙ мең сәләм
Күңеле һыныҡ аҡ ҡош - шоңҡар балаһынан.
Хөрмәтле атаҡайым, һеҙгә сәләм,
Һеҙҙәргә бәғд әс-сәләм ошо кәләм.
Бер нисә, күңеле һынып, ғосса* яҙҙы
Зарланып, бер мосафир мулла балаң.
Атаҡайым, килешмәне эшең артыҡ,
Беҙ ҡайттыҡ һеҙҙе һағынып, күңел тартып.
Ун өс йылда бер ҡайтып, күңел һынды,
Инде беҙгә тереклектән үлгән артыҡ.
Үпкәм шул мөрәүәтһеҙ атабыҙға:
Әсәбеҙ ғәжәп хәл көтә беҙгә.
Беҙ, бисара, доғасы инек барсабыҙға:
Үҙегеҙгә, ата-баба, жәддәгеҙгә*.
Атаҡайым, инде һеҙгә юҡ бүтән һүҙ,
Был донъя малына туя алмай күҙ.
Ун өс йылда бер ҡайтып, үҙ итмәнең,
Инде һағынып ҡайтырҙай булманыҡ беҙ.
Күп ғәжәп был сифатлы ҡатып ҡалмаҡ,
Һеҙгә еңел булһа ла, беҙгә һалмаҡ.
Беҙ ҙә бит вариҫ инек, түгел үгәй,
Һин беҙҙәргә ата инең, түгел ҡалмаҡ.
Ғүмеребеҙ йә бер көн, йә бер айлыҡ,
Күңел етһә, уйланмаҫ ярлы-байлыҡ.
Беҙҙе бер мәстәк хәтле күрә алманың,
Була алманыҡ һеҙҙең ҡашта яңғыҙ тайлыҡ.
Сиратҡа мәркәб булмаһын көрән атың*,
Белә алманың үҙең һин ғәләмәтең.
Һәр хәлдә бер атҡа ғына торошбоҙҙор -
Беҙ ҙә бит ир-егетбеҙ, түгел ҡатын.
Абруйһыҙ ҡалғаны юҡ оҙон морон,
Һис ҡасан хур булмаҫ ҡоро морон.
Ат та булыр, тун да булыр - беҙ булмабыҙ,
Имен булһа, кире ҡайтыр туры айғырың*.
Беҙҙәрҙән артыҡ икән һеҙҙең турат,
Мөжәррәд* туры атта - һеҙҙең морат,
Беҙҙәрҙән бер ата тирен ҡыҙғандығыҙ
Беҙ ҙә һеҙгә бала инек, түгел брат.
Йоротом, тип, ҡайтҡан инем һағынғандан,
Вәғәҙә шул иркен ерҙә табылғандан.
Ун өс йылда бер ҡайтып, оҙатмағас,
Күҙемдән ҡанлы йәште ағыҙғандан.
Һеҙгә әйтмәй, кемгә әйтәйем, эй солтаным.
Һыҙылалыр көйә-көйә йөрәк майым.
Уйлаған эш еренә етмәй ҡалды,
Бәхил бул инде беҙҙән, миһырбаным.
Сәләмәт, имен торһон баш, малығыҙ,
Мал булғанда, юҡ һеҙҙең арманығыҙ.
Алтындың ҡулда барҙа ҡәҙере булмаҫ -
Табылмаҫ мең тәңкәгә мыҫҡалыбыҙ!
Ҡәҙерле йорт эсендә булһын башың,
Ғалимға күңелдәрең ник аумаһын?
Һандуғас ҡоҙғон менән бергә булмаҫ,
Йүнһеҙҙәр ҡайҙан белһен ир сауҙаһын?