Атай-ғаиләлә хужа(хикәйә). Фәниә Сынбулатова

Атай-ғаиләлә хужа ( хикәйә )
автор Фәниә Сынбулатова
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Атай-ғаиләлә хужа


 Атай — ғаиләлә иң «ҙур кеше». «Ҙур кеше», тимәк, ул башлыҡ. Башлыҡ — көслө, аҡыллы, абруйлы тигәнде аңлата. Атай — ғаиләлә хужа. Уның һүҙе — һүҙ. Ҡартатайым шулай, ти.
Атайым әсәйемә терәк, ә әсәйем — атайыма. Ҡартәсәйем һеңлемде лә өйрәтә:
— Әсәй кеше тәмле ашы, яҡты йөҙө, яғымлы һүҙҙәре менән атай кешегә терәк булып тора. Иҫеңдә тот: һин дә буласаҡ әсәй бит, — тип наҙлы йылмая ул.
— Һин дә атайың кеүек өй һалырһың, — ти ҡартатайым, миңә ҡарап. — Буласаҡ кәләшең, балаларың өсөн йәшәргә йорт хәстәрләү — атайҙың бурысы.
— Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, ти боронғолар, — тип эләктереп алды ҡартәсәйем. — Һин дә атайыңа оҡшаһаң, шәп егет булырһың. Кеше эшкә, хеҙмәткә ата-әсәһенән өйрәнә.
— Аҡыл менән эш итеп хеҙмәт иткән кеше генә бай булыр. Уның өсөн һеҙҙең икегеҙгә лә тырышып уҡып, юғары белемле булырға кәрәк, — тип һүҙен йомғаҡланы ҡартатайым.

 


2006 йыл