Атаһы улдарына килешеп, татыу йәшәргә өйрәткән. Улдары тыңламаған. Ул һепертке килтерергә ҡушҡан да: — Һындырығыҙ! — тигән. Күпме тырышмаһындар, улдары һеперткене һындыра алмаған. Атаһы һеперткенең бауын сискән дә берәмләп һындырырға ҡушҡан. Малайҙар һеперткене берәмләп тиҙ генә һындырып бөткәндәр, ти. Атаһы малайҙарына: — Күрҙегеҙме? Татыу йәшәһәгеҙ, һеҙҙе бер кем дә айыра алмаҫ. Ә бер-берегеҙ менән әрләшеп, айырым-айырым йәшәһәгеҙ, һеҙҙе һәр кем дә еңә ала, — тигән.