Икһеҙ-сикһеҙ далаларҙы ҡыҙыл ләләләр ҡаплап алған мәлдә Мәрғүбә исемле бейә ерән ҡолондо донъяға килтергән. Оҙон нәҙек аяҡлы, маңлайында аҡ йондоҙло ҡолон етеҙ, иркә, матур булып, ай үҫәһен көн үҫә башлаған, ти. Яҙ йәйгә тоташҡан ваҡытта бәхетле әсә улы менән дала буйлап сабып көн үткәргән.
— Улым, ҡара әле, ҡояш ниндәй йылы нурҙар бүләк итә ергә!
— Беҙгә ләме? — Ҡолон әсәһенең күҙҙәренә ҡараған.
— Эйе, улым!
— Далаға ламы?
— Эйе, эйе, э-һе-һе-һе... — Бейә, күңелле кешнәп, аҡ ебәктәй ҡылғандар араһына инеп йәшенгән.
— Әсәй-әй-әй... — Ҡолон әсәһе артынан сапҡан һәм, аяғын яңылыш баҫып, ҡаймыҡтырып ҡуйған. — Ай-ай-ай, әсәкәйем! — Ҡолон үлән араһына йығылған.
Бейә улы эргәһендә тубыҡланып торған, иркә һүҙҙәр әйтеп йыуатҡан, ауыртҡан аяғын теле менән ялаған.
— Ай-яй-яй! Ҡолондоң аяғы бик-бик ныҡ ауыртҡан. — Гөлдәр апайҙы саҡыр, Гөлдәр апайҙы саҡыр! Беҙҙең далала ул иң йомарт, иң аҡыллы, тиһең бит үҙең.
— Ысынлап та, — бейә ҡыуанып киткән, — далала һәм урмандарҙа, туғайҙарҙа үҫкән бар сәскәләр хужаһының, моғайын, шифалы үләне барҙыр. Уның ҡулдары ла тылсымлы, тиҙәр. Гөлдәрҙе саҡырығыҙ миңә. — Бейә ҡыҙыл ләләләргә шулай тип өндәшкән.
Бейә һүҙҙәрен әйтеп тә бөтмәгән, сәскәләр өҫтөнән иркә елдәр иҫеп үткән, наҙлыҡас таждар, «ярар», «ярар», тип яуаплаған.
Оҙаҡ та үтмәй, ҡолон менән бейә алдындағы ләләнең таждары асылып киткән һәм унда алһыу күлдәк кейгән, ҡуйы ҡара сәстәренә сулпылар таҡҡан иҫ китмәле сибәр ҡатын күренгән.
— Кем минең ярҙамға мохтаж? — Уның тауышы сихри көй төҫлө ағылған.
— Улыма ярҙам кәрәк! — Бейә ялбарып ҡатындың күҙҙәренә баҡҡан.
Ә ҡолон һаман ах та ух килеп ята икән.
Ҡатын аҫҡа табан эйелгән һәм, ҡолондоң аяғын иғтибар менән ҡарап сыҡҡас, ҡаты көрһөнөп ҡуйған.
— Ҡолондо аяҡҡа баҫтырырлыҡ үлән бар, алтамыр тип атала ул. Әммә ул үләндең бер ғилләһе бар: уны ашағандан һуң далала ҡалырға ярамай.
— Мин риза. — Бар ышанысым һиндә генә тигән төҫлө, бейә, күҙҙәрен мөлдөрәтеп, ҡатынға ҡараған.
— Ярай... Тимәк, һин риза?
— Риза! Риза!
— Улай булғас, тыңла: дала урмандарға тоташҡан урында бәләкәй генә утрауҙа кешеләр йәшәй. Улар һыйыр аҫрай, һунарға йөрөй.
— Йәшәһә ни! — Бейә тағы ла нығыраҡ аптыраған.
— Уларға һинең шикелле көслө, аҡыллы ярҙамсы кәрәк.
— Әсәй, әсәкәйем, ү-ү-ү... — Ҡолон шыңшып иларға тотонған.
— Бир үләнде! Мин риза...
Шул көндән башлап аттар кешеләрҙең иң яҡшы ярҙамсылары һәм дуҫтары булып киткән, ти.