Аттың ниһен маҡтайһың?...М. Аҡмулла

Аттың ниһен маҡтайһың?...
автор Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895)
Ҡара Йөкмәтке. Сығанаҡ: Әхәт Вилданов. Аҡмулла. Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 224 бит.Аҡмулла сайты


Аттың ниһен маҡтайһың?...


Аттың ниһен маҡтайһың -
Бәйгеләрҙә сапмаған;
Дөйәнең ниһен маҡтайһың -
Алыҫ ергә бармаған;
Әҙәмдең ниһен маҡтайһың -
Яҡшы яғы ҡалмаған;
Донъяның ниһен маҡтайһың -
Ырыҫ-бәхет ҡунмаған;
Хакимдың ниһен маҡтайһың -
Яуыз йырын йырлаған;
Егеттең ниһен маҡтайһың -
Илде дошман сарлаған
Ҡатындың ниһен маҡтайһың -
Ҡағып түшәк һалмаған;
Баланың ниһен маҡтайһың -
Атаның телен алмаған;
Ҡыҙҙың ниһен маҡтайһың -
Ғәйбәт һүҙҙән ҡалмаған;
Мулланың ниһен маҡтайһың -
Үле менән теренең
Барын берҙәй ялмаған.