Ат менән Аҡбай(шиғыр). Мәжит Ғафури

Ат менән Аҡбай ( шиғыр )
автор Мәжит Ғафури
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Ат менән Аҡбай


Ат бит күп эшләп,
Тирләгән тамам,
Бик ныҡ асыҡҡан,
Бик ныҡ һыуһаған.
Ул шулай эшләп
Ҡайтып инеүгә,
Ҡаршыға Аҡбай Йүгереп килә.
Шатланып сабып
Эй Аҡбай йөрөй.
Боттарын тешләй,
Шаярып юрый.
Гүйә, ул ярҙам
Итмәксе була,
«Рәхмәт, атҡайым, —
Тимәксе була. —
Арып ҡайтҡанһың,
Кил, аҙыҡ бирәйем,
һыуһап ҡайтҡанһың,
Кил, һыу эсерәйем».


1988 йыл