Ауылыма. Лиана Килдейәрова

Ауылыма (Шиғыр)
автор Лиана КИЛДЕЙӘРОВА. Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы.
Ижад итеү ваҡыты: 2012. Нәшер ителгән: «Аманат», 2012, № 3. Сығанаҡ: "Аманат" журналы


Ауылыма


Тыуған илем – Башҡортостан,
Ауылым – Иҫке Собханғол.
Беҙҙең яҡтар шишмәләргә,
Урман, күлдәргә бай ул.
 
Маҡтап йырлай тәбиғәтте,
Яҙҙар етһә, ҡоштары.
Көҙҙәре һары алтындай,
Әкиәт иле – ҡоштары!
 
Хайран ҡала килгән һәр кем
Беҙҙең яҡтарҙы күреп.
Ауылыма шиғыр яҙҙым,
Ҡайнар хистәргә төрөп.