Ауыл йорто. Гүзәл Ситдиҡова

АУЫЛ ЙОРТО



Үҙенә башҡа йолаһы
Ауыл яйы-көйөнөң:
Ҡорама түшәк-яҫтыҡтар
Йәме ауыл өйөнөң.
Күрше килен ҡупшы нағыш
Һалған икән мендәргә,
Биргеһе яңыһын сигер
Көнөн ялғап төндәргә.
Һырлы-һырлы кәштәләре,
Семәрле тәҙрә яғы,
Биҙәкләп кейеҙ баҫалар,
Келәм бәйләйҙәр тағы.
Береһенән-береһе зәһәр
Селтәрле ҡорғандарҙың-
Ҡулдарынан гөл ҡойола
Ауылда торғандарҙың.
Күҙҙең яуын алған балаҫ,
Япмалары - шау манир*,
Бындай өйҙөң хужаһы ла
Донъяһын тотҡан дан ир.
Беҙ инде йәшәп ятабыҙ
Ҡала ғәменә сумып.
...Тик күңелдә һаман йәшәй
Ауыл йорто тылсымы.

  • Манир - эре асыҡ биҙәкле (рус. манерный тигәндән алған боронғолар)))

2014



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.