Афарин. Шәйехзада Бабич

Афарин (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич
Ижад итеү ваҡыты: 1917. Сығанаҡ: Бабич Шәйехзада. Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар: шиғырҙар, поэмалар, фельетондар, мәҡәләләр, хаттар, көндәлектәр. — Өфө: Китап, 1994. — 640 бит.


Афарин


Афарин һеҙгә, ирек сулпандары!
Афарин, ысын изгелек солтандары!
Был ҡараңғы гүргә түнгән донъяның
Көн вә көн атмаҡта ысын таңдары.

Афарин, их... донъяға шатлыҡ килә,
Юйыла золмат, йылмайып аҡлыҡ килә;
Емерелә вәхшәт, хаҡһыҙлыҡ, золом;
Аҡрын, аҡрын нур сәсеп, хаҡлыҡ килә.

Шатланам мин, күкрәгем ташҡан кеүек,
Түҙә алмайым, һикеренәм, шашҡан кеүек.
Афарин, әй һеҙгә миллион афарин;
Нурлы истиҡбал яҡынлашҡан кеүек!


1917