Афған егеттәренә

Афған егеттәренә (Шиғыр)
автор Лилиә Һаҡмар
Ижад итеү ваҡыты: 1983. Нәшер ителгән: 28.01.1984. “Ленинсы”газетаһы, №12.. Сығанаҡ: Һаҡмар Л. Эстафета: Шиғырҙар, поэма. – Өфө: Китап, 2006. – 176 бит. (129-сы бит) ISBN 5-295-03798-3


АФҒАН ЕГЕТТӘРЕНӘ


БДУ студенттары Афғанстандан килгән
студенттарҙы осрашыуға саҡырғас тыуған шиғыр

Ел уянды. Ямғыр һибәләй.
Көҙөң көҙ икәне һиҙелә.
Афған егеттәре килгән ине
Ҡунаҡ булып башҡорт иленә.
Бәлки Афғанистан ерҙәрендә
Йылы яҙғы елдәр иҫәлер,
Айһыҙ ҡара төндә йәш ғүмерҙе
Дошман бысаҡтары киҫәлер?
Балаларын йыйып итәгенә
Илай микән әсә кистәрен,
Тыңлап торбаларҙа олой-олой
Әсе яҙғы елдәр иҫкәнен?
Емерелгән йорттоң ишегенән
Үтеп йөрөй бары ел генә.
Емерелмәй дошман ҡулдарынан
Йөрәктәге тыуған ил генә…
Афған егеттәре беҙгә килгән,
Ултыралар өҫтәл тирәләй,
Ә урамда, күҙ йәштәре кеүек,
Һары көҙ һағышы һибәләй.
Азатлыҡты һөйгән, ирек һөйгән
Афганистан беҙҙә ҡунаҡта!
Тау елдәре менән ҡурай моңо
Сыңлап китә кеүек ҡолаҡта.
Афған егеттәре, ҡымыҙынан,
Йүкә балдан ауыҙ итегеҙ,
Тыуған илегеҙгә көҙҙө түгел,
Йылы яҙҙы алып китегеҙ!



Иҫкәрмәләр


This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 4.0 International (CC BY-SA 4.0) license.