Ахырғаса, һуңғы һулышҡаса... Тамара Искәндәриә


Ахырғаса, һуңғы һулышҡаса... (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Ахырғаса, һуңғы һулышҡаса...


Ахырғаса, һуңғы һулышҡаса...

Ирендәрем кибеп ярылғанда
Ҡорғаҡһыған ялан тупрағылай,
Эҫе монар ерҙән күтәрелһә,
Тоям уны балам тулғағылай,

Тоям уны йәрем иркәләүен
Көткән бер самими хәлем итеп,
Бына-бына хәҙер күк ҡабағы
Асылыр ҙа китер мәлем итеп...

Илаһилыҡ — тере матурлыҡта!
Ахырғаса, һуңғы һулышҡаса —
Тере йәнем сәскә ҡойһон бары
Бөрө булып ҡабат тулышҡанса.