Ағайым(шиғыр). Миңлеяр Дилмөхәмәтов

Ағайым (шиғыр )
автор Миңлеяр Дилмөхәмәтов
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Ағайым


 Армияға китә инде
 Берҙән-берем, ағайым.
 Йоҡлап торғас, иртә һайын
 Көндәрҙе мин һанайым.
 — Ҡайғырма, — ти. Күҙҙәренән
 Осҡон-уттар һибелә. —
 Тиҙ ҡайтырмын, һаҡлармын, — ти, —
 Илемде лә, һине лә.

 


2006 йыл