Ағиҙел буйында. Мәжит Ғафури

Ағиҙел буйында
автор Мәжит Ғафури
.Нәшер ителгән: 1939. Сығанаҡ: Ағиҙел буйында : хикәйә // Пионер. – 1939. – № 10. – Б. 22–25 • * Электрон төрө «Башҡорт теле корпусы»ның «Проза» бүлегенән алынған.


Беҙ иптәштәребеҙ менән бергә йыйылып, йәйгә сығыу менән Ағиҙел буйына балыҡ тоторға — ҡармаҡ һалырға — бара торған инек. Көн матур булһа, был эш беҙҙең ғәҙәтебеҙ ине. Күп ваҡытта иртән тороу менән сәй-шәкәр һәм ашамлыҡтарыбыҙҙы алып, Ағиҙел буйына йүгерә торған инек.

Беҙ унда барып, ҡармаҡ һалып арығандан һуң балыҡсы бабай янына барып, балыҡ бешереп, сәй эсеп, көндө үткәрә, ҡояш байыр алдынан ғына ҡайта торған инек. Ҡара болотло ямғыр сығып ҡына беҙҙең был планыбыҙҙы боҙмаһа, был эш һис бер ваҡытта тәхәллеф ителмәй ине.

Балыҡсы бабай беҙҙе бергә йыйырға, беҙҙең күңелебеҙҙе асырға иң ҙур сәбәпсе бер кеше ине. Был ҡарт, ҡыш булһа — мәсет ҡарты, мәҙрәсә ҡарауылсыһы, йәй булһа — балыҡсы, шул Ағиҙел буйында көн үткәреүсе ине. Ул үҙенең бөтә ғүмерен ошо Ағиҙел буйында үткәргән. Уның һаҡалы ошо ерҙә, был матур туғайҙа йөрөп ағарған. Ул бына был — беҙ аҫтында ултырған ҡарама менән бергә ҡартайған. Был бабай был тирәләге әсрарҙы, был тирәлә булған нәмәләрҙе йөзьиәтенә ҡәҙәре белә. Был сахра, был урман, был туғай, был Ағиҙел буйының һәммә нәмәләре бабайға таныш. Ул матур йәйге кисте ошо урман араһында һандуғас тауыштарын тыңлап үткәрә. Бабай был нәмәләрҙең һәммәһенә үҙенеке итеп ҡарай.

Был бәхетле ҡарт ошо матур урындарҙа хәрәкәт итеп тапҡан аҙ-маҙ аҡсаһы менән мәсғүд көн итә. Ул һәммә нәмәгә, һәммә кешеләргә дуҫ. Ул беҙҙең менән беҙ булып — балалар булып һөйләшә.

Ғәҙәтебеҙ буйынса, бөгөн дә Иҙел буйына барып, Бер аҙ ҡармаҡ һалғандан һуң, ҡояш ҡыҙыуына сыҙай алмай, балыҡсы ҡарт янына мәғлүм ҡарт ҡараманың аҫтына йыйылдыҡ. Беҙ барған ваҡытта беҙҙең һөйөклө бабай нәрәтәләрен элеп киптерә, өҙөлгән урындарын рәтләп тора ине.

Беҙ барғас та, бабай:

— Йәгеҙ, балалар, һыу алып килеп, сәй ҡайнатығыҙ әле, һин, Ғәбдрәхмән, бынау балыҡтарҙы әрсеп бешерә башла,— тип балыҡтарҙы күрһәтте, үҙе һаман нәрәтәләрен рәтләп йөрөй ине.

Беҙ, үҙебеҙҙе аҫтына алған ҡарт ҡараманың ботаҡтарына әйберҙәребеҙҙе элеп, ҡайһыбыҙ балыҡ әрсергә, ҡайһыбыҙ һыу алып килеп, сәй ҡайнатырға, бәғзеләребеҙ утын йыйып, ут яғырға керештек.

Был ваҡытта балыҡсы бабай үҙенең эштәрен бөтөргән, еүешләнгән кейемдәрен һалып, яланаяҡ көйөнсә, беҙҙең янға килеп ултырған ине.

Беҙҙең эштәр, бер яҡтан, рәткә ҡуйылды. Балыҡтар әрселеп, ҡаҙанға һалынды, ҡоромланып бөткән ҙур тимер сәйнүкте, ҡарама ботағына тағылған епкә бәйләп, ут туғрыһына ҡуйҙыҡ. Беҙ инде балыҡтарҙың бешкәнен, сәй ҡайнағанын көтөп, ҡарама аҫтына теләһә нисек ултырып, тәбиғәтте тамаша итә башланыҡ. Беҙҙе аҫтына алған ҡарама Ағиҙелдең яр башына үҫкән, уның ҙур, ҡалын ботаҡтары Иҙелгә табан ауышып торалар ине. Иҙелдең беҙгә ҡаршы икенсе яғында Аҡташ тауы Иҙел буйлап һуҙылып ята, ҡояштың нуры ғәкес итеп, күҙҙе ҡамаштырып тора ине.

Саф һауа, матур тәбиғәт, Ағиҙелдең тауышһыҙ ғына ағыуы беҙҙе еңеләйтеп, ашҡындырып тора ине.

Тип-тигеҙ, мөнзам аҡҡан Иҙел өҫтөнән һалсы башҡорттар, үҙҙәренең һалдарын һыу ағымының ихтыярына ҡуйып, аҡрын ғына ҡуҙғалып баралар, ишкәктәренең баштарына ултырғандары, бик моңландырып, башҡорттарҙың оҙон көйҙәрен йырлап баралар ине.

Быларҙың йырлаған тауыштары Аҡташ тауының таштарына бәрелеп, беҙгә икәү булып ишетелә, тирә-яҡҡа тарала, Ағиҙел буйы яңғырай ине.

Беҙ уларҙың йырҙарын бүлмәҫ, моңло тауыштарын өҙмәҫ өсөн, уларға һүҙ ҡушманыҡ. Уларҙы рухани ләззәттәренән айырырға теләмәнек. Улар шулай аҡрын ғына китеп, Иҙелдең боролған еренә урман араһына кереп киттеләр. Был ваҡытта беҙҙең сәйнүк аҡтарылып ҡайнап, һыуҙары утҡа түгелеп, уттың көлдәрен күккә осорҙо. Был беҙҙе хәрәкәткә килтерҙе. Шунан һуң беҙ йәш үләндәрҙе ҡул менән тигеҙләп, балыҡсы бабайҙың сыбар буйлы сепрәк балаҫын, уның өҫтөнә ашъяулығын йәйҙек. Һыуға тығып ҡуйған һөтлө шешәләребеҙҙе алып килдек.

Беҙ сәй эсеп бөтөүгә балыҡ та бешеп өлгөрҙө. Беҙ үҙебеҙҙең өлөшөбөҙгә тейгән балыҡтарҙы ағас япраҡтары өҫтөнә ҡуйып, ашарға керештек. Был ваҡытта беҙҙең күҙебеҙ һаман тирә-яҡты, тәбиғәтте тамаша итеүҙә ине.

Беҙҙең арабыҙҙан берәү:

— Иҙелдең арғы яғына сығып, ҡаршылағы Аҡташ тауының өҫтөнә, ана теге өйөлөп-өйөлөп киртләсләнеп, һалынып төшөргә торған ҙур таштарҙың араһына, менеп йөрөргә кәрәк ине,— тине.

Беҙҙең балыҡсы ҡарт, мөхәл бер нәмәне ишеткән һымаҡ, бик ҡыҙыҡ иттереп көлдө лә:

— Сығырһың унда, атаң башы! Бар әле, сығып ҡара, үҙеңде ендәр ботарлап ташламаһындар!— тине.

Беҙ балыҡсы бабайҙың, һүҙенә ғәжәпләндек һәм бабайҙан: «Нисек һуң улай?»— тип һөйләүен үтендек. Бабай, һүҙ башлап:

— Бына был Аҡташ тауының аръяҡ өҫтө тип-тигеҙ, унда киң яландар, урмандар һәм боронғо мосолман хандарынан ҡалған шәһәр урындары бар. Улар шунда бик көслө булып ғүмер иткән ваҡытта быларҙың өҫтәренә икенсе ерҙән бик ҙур яу килгән.

Был шәһәрҙең шул замандағы ханы был яуҙың башлығына илсе ебәреп, ни өсөн килгәнлектәрен белергә ҡушҡан.

Был хандың Алтынсәс исемле бик матур, — бер бите — ай, бер бите — көн кеүек, — һылыу ҡыҙы булған икән. Теге яуҙың башлығы Алтынсәсте алырға килгәнлеген, яҡшылыҡ менән бирмәһә, һуғышып булһа ла алырға теләгәнлеген әйтеп ебәргән.

Хан, яу башының был һүҙен ишеткәс, ҡыҙына хәбәр биреп, барырмы икән, тип һоратҡан.

Алтынсәс:

— Мин йәйенке битле Яйыҡ буйы яубаҫарына барыр хәлем юҡ. Аҡташ тауы өҫтөнән Урал тауы аръяғына бармайым. Атайым дошманға ҡаршы һуғыш асып булһа ла мине бирмәһен, әгәр ҙә мине көсләп бирәләр икән, икенсе көн мине яҡты донъяла күрмәҫтәр,— тип яуап ҡайтарған.

Хан, ҡыҙының был һүҙҙәрен ишеткәс, Алтынсәсте бирмәҫ өсөн, дошманға ҡаршы һуғышырға ҡарар биргән. Һәм дә яу башлығына:

— Ҡыҙым һиңә барырға риза түгел, инде үҙ юлыңда булырһың, ҡан түкмәҫ булһаң, кире ҡайтып китерһең, булмаһа, миндә лә көс юҡ түгел, башҡаһын үҙең бел, һуғышырға әҙер тора беҙҙең ил!— тип яуап ҡайтарған.

Яу башы, хандың яуабын ишеткәс, асыуланып:

— Һуғышып Алтынсәсте алырмын, буш ҡул менән илемә ҡайтмам,— тигән.

Алтынсәстең атаһы ла, үҙенең ғәскәрен йыйып, яуға ҡаршы сыҡҡан. Хан ғәскәре (бабай ҡулы менән күрһәтеп) ана теге тауҙың өҫтөнән тороп, ана теге арҡанан килгән яуға ҡаршы уҡ менән атҡандар. Ул замандағы халыҡтың һуғыша торған ҡоралдары уҡ, һөңгө кеүек нәмәләр генә булһа ла, уларҙың уҡтары өс-дүрт саҡрымға етә торған булған.

Хан ғәскәре яу менән бик оҙаҡ ваҡыттар һуғышһа ла, яуы бик күп булғанға күрә, хандың ғәскәре еңелеп, ҡасып, шәһәргә керә башлаған. Шәһәр халҡы бик ҡурҡыуға төшөп, ҡайҙа барырға белмәй, аптырауҙа ҡалған.

Хан ҡыҙы Алтынсәс атаһының ғәскәре еңелгәнде күргәс, үҙе бик шәп ҡара юрғаға атланып, ҡулына уҡ һәм һөңгө алып, яуға ҡаршы сыҡҡан. Алтынсәс яу менән бик ныҡ һуғышһа ла, уң ҡулы йәрәхәтләнеү сәбәпле, кире ҡайтҡан.

Хан эштең ахыры бик насар буласағын белеп, үҙенең хазинаһында булған алтын-көмөштәрен, гәүһәр-яҡуттарын яуҙан йәшермәксе булып, ана шул тауҙың, ана, ана күренә бит әле, иң текә ерҙә бер тишек һымаҡ урын бар, ана уның эсе бик киң, ти, ана шуның эсенә йыйҙырған.

Үҙе тағы ла ғәскәре менән яуға ҡаршы сығып, һуғыша башлаған. Хан һаман да еңелгән.

Алтынсәс, дошман ҡулына төшмәҫ өсөн, төнгө ай яҡтыһында, үҙенә хеҙмәт итә торған бер ҡыҙ менән ҡасып, ана шул хандың хазинаһы йәшерелгән тау тишегенә килеп кергән.

Яу хандың ғәскәрен еңеп, хандың үҙен тотҡонға алып киткәндәр. Алтынсәс шунда кереп юғалған.

— Шунан һуң ул ни эшләгән һуң?

— Шунан һуңмы? Шунан һуң Алтынсәстең нисек булғаны мәғлүм түгел. Тик бына уның йәйге матур төндәрҙә шул тау тишегенән сығып, теге тау киртләсенә ултырғанын күргән кешеләр бар. Ул шунда сығып, үҙенең аяҡтарына төшөп торған оҙон сәстәренә күмелеп, усына таянып, бик моңайып туғайға табан ҡарап, таң атҡансы ултыра, ти. Шунан һуң тағы ла артына ҡарап, шунда кереп юғала, ти.

Ул борон заманда бик йыш күренгән, инде был көндәрҙә уны күргән кеше ишетелмәй.

Тик беҙҙең ҡарт атай кис менән бында ҡунған ваҡытта үҙенең Алтынсәсте күргәнен, матурлығына иҫе китеп ҡарап торғанын һөйләй торған ине.

— Хазиналар шундамы икән һуң?

— Бына минең әйтә торған һүҙем дә шул. Бына инде шул хазиналарға, оҙаҡ ваҡыт үткәс, ендәр эйәләшкәндәр. Уларҙы алырға барып, әллә ни ҡәҙәре кешеләр шунда һәләк булғандар. Унда мылтыҡлы һалдаттар кеүек ҡарауылсылар тора икән. Алырға теләгән кешеләрҙе яҡын да ебәрмәйҙәр икән,— тине бабай.

Бабай һүҙен бөтөргәс, тағы ла тауға табан бик ҡурҡыныслы итеп, хәзин бер һүрәттә ҡарап ҡуйҙы. Ниңәлер, бик тәрән көрһөндө.

Беҙ ысын ихлас менән бабайҙың һүҙҙәрен тыңлап бөттөк. Беҙҙең күҙ алдыбыҙға хан ҡыҙы Алтынсәстең аҡ таштар араһынан абына-һөрөнә ҡасып килеп, тирә-яғына моңло итеп ҡарауы, уның ҡурҡыуҙан ағарған матур йөҙҙәре, йәш менән сыланған оҙон керпектәре аҫтындағы ҙур ҡара күҙҙәре күҙ алдыбыҙға баҫҡан кеүек тойолдо. Гүйә, был минутта Алтынсәс үҙенең иптәше Ҡаракүҙ менән тау тишегенә кереп барған кеүек ине.

Балыҡсы бабай һүҙен бөтөргән ваҡытта һәммәбеҙҙең дә күҙе ҡаршыбыҙҙағы дәһшәтле тауҙың тишегендә ине.