Аҡҡолаҡ менән Һаҡҡолаҡ. Гүзәл Ситдиҡова

* * *


Булған, ти, ике ҡуян,
Улар булған - бер туған,
Өлкәне, ти, Аҡҡолаҡ,
Бәләкәсе - Һаҡҡолаҡ.
Бер саҡ улар урманда
Кишер ашап торғанда,
Килеп сыҡҡан бер кеше,
Булғандыр инде эше.
Ҡурҡып, боҫҡан ҡуяндар,
Күҙәтмәксе булғандар:
Килгән микән һунарға,
Тиреләрен тунарға?
Һөйөнә былар, ҡарап:
Был
Тотҡан фото-ап-парат!
Кеше эшкә тотонған,
Төшөрә ти фотоға.
Киткән, ти, урман буйлап,
Ниндәйҙер уйҙар уйлап.
Ятып ҡалған сумкаһы,
Бер ҡап шырпыһы тағы.
Аҡҡолаҡ та Һаҡҡолаҡ
Шатлыҡтан киткән ҡолап -
Бына булыр бер ҡыҙыҡ -
Ҡарарҙар шырпы һыҙып!
Эй һыҙалар-һыҙалар,
ҡыҙған һайын ҡыҙалар!
Үлән китә тоҡанып,
Ҡыуаҡтар китә янып,
Һаҡҡолаҡтың ҡолағы,
Аҡҡолаҡтың яңағы.
Тиҙҙән янғын башлана,
Былар һыуға ташлана.
Илайҙар: әлем-әлем,
Бик яман минең хәлем!
Теге кеше күргән, ти,
Тиҙ үк хәбәр биргән ти.
Килеп еткән вертолет,
һыу тултырған самолет,
Ҡыҙыл-ҡыҙыл машина
Һүндерергә ашыға.
Урман тулған төтөнгә,
Һауа ҡалмай бөтөнләй.
Сәсәй, ти, ике ҡуян,
Сәсәй, ти, ике туған.
Килеп еткән "Тиҙ ярҙам",
Табылған былар ярҙан.
Барыһы бөткән арып,
Өлгөргәндәр ҡотҡарып,
Урманды, ҡуяндарҙы,
Ялҡын ялмаған ярҙы.
Ҡолаҡһыҙ ти Һаҡҡолаҡ,
Ҡойроҡһоҙ ти Аҡҡолаҡ.
Тотонмай ти шырпыға
Шул саҡтан ике туған.


2014



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.