Аҫыл таж. Тамара Искәндәриә


Аҫыл таж (Шиғыр)
автор Тамара Искәндәриә


Аҫыл таж


Башҡайымды ике усҡа ҡыҫып,
Урт тешләйем, эйе, мин көслө.
Алла түгел,
Бәндә уйлап тапҡан
Сик-кәртәгә генә мин үсле.
Дауыл булып ауҙарайыммы ни,
Ташҡын булып бәреп үтәйем,
Ялҡындарға сорнап яндырайым?
Сүп үләне булып үбәйем
Аяҡ табаныңдан...
Хоҙай үҙе,
Һине һөйөп, миңә тап иткән.
Баҡһаң, һөйөү — яҡты тап икән дә
Башҡайымда аҫыл таж икән.