Аҫҡа түгел, өҫкә ҡара... Фирүзә Абдуллина.

Аҫҡа түгел, өҫкә ҡара... (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 01.12.2014. Нәшер ителгән: 07.12.2014. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән.


* * *


Аҫҡа түгел, өҫкә ҡара,
Ышаныслы иптәш һайла,
Төшөрөңдө алдан уйла
Тау башына үрләгәндә.

Ололарҙы алдан үткәр,
Дуҫ-ишеңә кәйеф күтәр,
Сама белеп һауыт күтәр
Һый түренә үрләгәндә.

Намыҫың саф, йөҙөң яҡты,
Фекерең тос, һүҙең хаҡлы,
Матур эшең булһын өлгө
Ғүмер түрен биләгәндә.


01.12.2014