Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне

Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне
автор Байыҡ сәсән (1710-1815)
Сығанаҡ: Ғ. Б. Хөсәйенов. Башҡорт әҙәбиәте. Дәреслек. — Өфө, 2010. — ISBN 978-5-04834-0 Invalid ISBN


БАЙЫҠ СӘСӘНДЕҢ ҠАҘАҠ АҠЫНЫ БОХАР МЕНӘН ӘЙТЕШКӘНЕ

Байыҡ Салауаттың атаһы Юлай, уның атаһы Аҙналы менән Әй буйын биләгән Байназар тархандың улы булған. Байназар тархандың биш улы: өлкәне Байыҡ, икенсеһе Танып, өсөнсөһө Тайып, дүртенсеһе Ҡайып, бишенсеһе Танһыҡ булған. Үҙе сәсән булып, Байыҡ атаһынан йәшләй айырылған, ил гиҙгән. Үҙ алдына көн иткән Тайыбы Аҙналы тархандың ҡыҙын урлаған да был диярҙа тормаған, ҡаҙаҡ араһына тайған. Танып менән Ҡайыбы бер яуҙа ғәйеп булған. Байназар төпсөк улы Танһыҡ менән көн күргән. Танып менән Ҡайып ғәйеп булған яуҙа Байыҡ та, Юлай ҙа булған. Яуҙан һуң, улай итеп-былай итеп, атаһы Юлайҙы аҡлатҡан. Байыҡ, морон төртөр ер тапмай, ҡаҙаҡ араһына ыҡлаған.

Шунда йөрөгәндә Байыҡтан ҡаҙаҡ сәсәндәре көлөп, мыҫҡыл итергә уйлап, былай тигән:

* * *


Истәк булдың, бар булдың,
Киң далала зар булдың.
Үҙеңә йомаҡ әйтәйем,
Тапһаң, улым итәйем;
Тапмаһаң, ҡолом итәйем:
Көндөҙ ҡуйым көтөрһөң,
Кисен йөнөн тетерһең,
Көндөҙ сырым итерһең.

Киң далала ҡуш ағас,
Ҡуш ағастың ҡуш башы —
Бер ҡаҙанға һыймаҫтай
Ҡуш ҡусҡарҙың ҡуш башы
Бар икән ил ҡашҡаһы.
Ат башындай ҡаҡ ерҙән
Яра төшкән аҡ түгел,
Ай менән көндәй икәүһе,
Яңғыҙланған таҡ түгел.

@Байыҡ:

Киң далам тип әйткәнең —
Иленән ҡасҡан был истәк;
Маҡтаһын тип көткәнең —
Мин дә күргән ер икән,
Һин дә белгән ер икән.
Ағас-таштан ҡыу булғас,
Өҫтөн япҡан нар ҡылған,
Сағыл тауҙан ҡыу булғас,
Шараҡ ҡыҙҙай һын булғас,
Ҡомдан сөйәлдәй тау ҡылған;
Һум елендән һөт аҡмаҫ,
Һыуһаған йотом һыу тапмаҫ —
Дала тигәнең шул икән.
Турһыҡтай бурһыҡ үҫтергән,
Ҡарһаҡтан барын буҫтырған,
Бутаһын юйған нары ман
Ишәктән моңло ҡысҡырған,
Бүтән моңо булмаған,
Һип-һил торған сүл икән.
Ҡаяла талпынған бөркөтөн,
Толпарҙа елпенгән егетен
Алмаштырған бер бөтөн, —
Дөйә өҫтөндә ялпаңлап,
Ҡолаҡсыны һәлпәңләп,
Ҡаҙаҡ тигән ир икән.
Ҡуш ағасым тигәнең —
Киң далала ҡуш ылаш;
Ҡаҙағыңды киптергән
Киң далала Ҡуш Алаш.
Ҡуш ағастың ҡуш башы,
Тап Алаштың ҡашҡаһы —
Бер ҡаҙанға ҡуш антын
Һалып бергә ҡайнатҡан,
Туҡалдай кейәү һайлатҡан
Абылай солтан хан икән.



Шунан һуң ҡаҙаҡ бейҙәре Байыҡты тоторға эҙләй башлаған. «Илгә айҙар, йөрәккә хәнйәр булырға итә икән», — тип юҡ итергә уйлағандар. Байыҡ ҡасҡан, кире Уралға ҡайтҡан.

This work was published before January 1, 1929, and is in the public domain worldwide because the author died at least 100 years ago.