Бай һәм ярлы. Шәйехзада Бабич

Бай һәм ярлы (шиғыр)
автор Шәйехзада Бабич


Бай һәм ярлы


Һин сабыр итһәң, сабыр ит, башҡаһы сабыр итмәһен,
Юҡ, түҙә алмайым, сабыр итә алмайым, аҡсаһы йәбер итмәһен!

Эс яна, тормош тигеҙһеҙлектәрен уйлап яна,
Моңло меҫкен бәндәләрҙең моңдарын һөйләп яна.

Мин сығып баҫтым урамға, моңло күҙҙәр арҡыры,
Күҙгә сыҡты йәш булып күкрәктә янған ялҡыным.

Күҙҙәрем алдында илап, ярлы меҫкендәр үтә,
Ярлыларҙы ҡыҙғаныуҙар йәш күңелде әрнетә.