Балалар баҡсаһында. Гүзәл Ситдиҡова

Балалар баҡсаһында



Дуҫтарымдың исемдәрен
Ҡуштым ҡурсаҡтарыма.
Ҡара сәслеһе – Бибигөл,
Һары сәсле – Марина.
Бибигөл һөйләй татарса,
Русса һөйләй Марина,
Бик һөйөнәм шундай татыу
Әхирәттәр барына.
Һөйләшәм дуҫтарым менән
Башҡортса, татарса ла,
Рус телен яҡшы беләбеҙ –
Ниндәй һәйбәт баҡсала!


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.