Балалар һәм китап(шиғыр). Мәжит Ғафури

Балалар һәм китап (Шиғыр )
автор Мәжит Ғафури
Ижад итеү ваҡыты: билдәһеҙ. Сығанаҡ: "Уҡыу китабы" - 1 синыф өсөн дәреслек./Өфө"Китап",1996 йыл


Балалар һәм китап


  
Дүрт-биш бала йыйылғандар бер урынға,
 Тап уртала, береһе китап тотҡан ҡулға;
 һәммәһе лә ҡолаҡтарын торғоҙғандар,
 Береһе уҡый, башҡалары тыңлай шунда.
Ултыралар китап уҡып, күңел асып,
 Шатлыҡтарын бергә-бергә уртаҡлашып;
 Ҡайһы ваҡыт тыңлай былар тып-тын ғына.
 Ҡайсағында көлөшәләр сырҡылдашып.
Ҡайсағында әллә кемде ҡыҙғаналар,
 Уфылдашып, әкрен генә ҡуҙғалалар,
 Ахырыһы, был китап бик күңеллелер:
 Күҙ ҙә алмай уҡый уны был балалар.


1996 йыл