Балауыҙ. Гүзәл Ситдиҡова

Балауыҙ


Саҡма түгел, мин - балауыҙ,
Иреп барам ҡояштан,
Ыжғырғанда һалҡын ҡыштар
Әүереләм туң ташҡа.
Йылы мине отҡаны бар,
Отҡаны юҡ һыуыҡ көн.
Ҡояш булһаң - мин балауыҙ,
Ә таш булһам - һин һуң кем?


2012



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.