Бала монологы. Фирүзә Абдуллина.


Бала монологы. (шиғыр)
автор Фирүзә Абдуллина
Ижад итеү ваҡыты: 30.04.2014.. Нәшер ителгән: 02.12.2014.. Сығанаҡ: “Бәйләнештә” сайтындағы “Ғәжәп донъя” төркөмөнән. “


* * *


Әсәм мине үҙе өсөн тапҡан,
Үҙе өсөн генә үҫтерә.
Йәшәүенең мәғәнәһе мин, ти,
Мин тыуғандан донъя үҙгәргән.

Ҡара таңды ҡара төнгә ялғап,
Йүгерә ул бөтөп хәлдәре,
Хис-тойғоһон артыҡ асып һалмай,
Белһә, белә инде мендәре.

Ыҙалары, яфалары өсөн
Тейешмендер рәхмәт әйтергә?
Ләкин минән бер кем һораманы:
Теләйемме яңғыҙ үҫергә?

Самаһы юҡ әсә һөйөүенең,
Бөтә теләктәрем үтәлә,
Ә шулай ҙа иң ҙур хыялымды
Өндәшмәйем. Йәки үпкәләр…

Атай кәрәк миңә.
                          Атай кәрәк!
Эй өндәшкем килә “атай” тип!
Эй яратыр инем атайымды…
Ләкин уйламағыҙ алдай тип.

Алдамайым. Ана, малайҙарҙың
Аталары һыбай йөрөтә,
Балыҡҡа ла бергә алып бара,
Ир-ат эштәренә өйрәтә.

Иң модалы кейем кәрәк түгел,
Бары атай теләр инем мин,
Атай өсөн, хатта, йәлләмәйсә,
Скутерымды бирер инем мин.

Был турала әсәйемә төбәп
Өндәшергә генә ҡыймайым,
Былай ҙа бит яңғыҙ ауыр уға,
Мин бит уның хәлен аңлайым.

Беҙ икебеҙ өсөн янып-көйөп,
Ваҡытынан алда ҡартайҙы…
Үҙ-үҙемә һүҙ биргәнмен инде:
Минең балам үҫер атайлы!

Минең атайым да берәй ерҙә
Үҫтерәлер бүтән балаһын,
Минең барлығымды белмәйҙер ҙә,
Ә туғаным белмәй ағаһын.

Улар икеһе лә яраталыр
Ниндәйҙер бер сит-ят апайҙы…
Нишләп, әсәй, эҙләмәнең миңә
Ташлап китмәй торған атайҙы?

Иң көслөһө, иң шәплеһе түгел,
Ярар ине ниндәй булһа ла,
Рәхәт булыр ине, иптәштәрем,
“Ул атайлы!”-тиеп уйлаһа.

Әсәй, мин бит бер уйынсыҡ түгел,
Мин бит кеше. Үҙем бер кеше!
Ниңә уйламаның, оҡшамаҫ, тип
Миңә етем бала өлөшө?

Үҙең өсөн генә тапһаң да һин,
Мин бит үҙем өсөн йәшәйем,
Үҙаллы бер кеше булырымды
Уйламаныңмы ни, әсәйем?

Минең өсөн ҡарар ҡабул итеп,
Тыумаҫ элек тыума яһаның,
Үҙем өсөн генә табамын, тип,
Кемебеҙҙе, әсәй, алданың?

Биргән ғүмер өсөн рәхмәт, әсәй,
Һинең ирлегеңә һоҡланам,
Ыҙаларың өсөн ҡартлығыңда
Терәк булырыма ышанам.

Иҫ белгәндән атайһыҙлыҡ игәй,
Дуҫтар араһында уңайһыҙ.
Үҙ-үҙемә биргән һүҙем ныҡлы:
Минең балам үҫмәҫ атайһыҙ!
Минең балам үҫмәҫ атайһыҙ!!