Балыҡсылар(хикәйә). Салауат Кәрим

Балыҡсылар ( хикәйә )
автор Салауат Кәрим
.Нәшер ителгән: 1988 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Башҡортостан китап нәшриәте",1988 йыл


Балыҡсылар


 Июль айының бер көнөндә:
— Ҡармаҡтарҙы әҙерлә, улым, иртәгә балыҡҡа барабыҙ, — тине атайым.
Ҡыуанғанымды белһәгеҙ икән! Сөнки быйылғы йәйҙә бер тапҡыр ҙа Егән йылғаһы буйына төшмәнек. Көн дә ямғыр яуҙы. «Күктең төбө тишелгән, ахыры», — ти өләсәйем. Шулай ҙа буламы икән ни?
Әле бына ике-өс көн ямғыр тынып тора. Атайым да: «Көн ултырырға уйлай, шикелле», — ти. Көн ҡайҙа ултыра икән һуң? Өлкәндәр ҡыҙыҡ һөйләшә шулай, ҡайһы саҡта уларҙы һис аңлап булмай.
Иртән иртүк селәүсен йыйҙыҡ та Егән буйына төшөп киттек. Көн ҡояшлы. Болоттоң әҫәре лә юҡ.
Тәүҙә Оҙонъятыуҙа туҡтаныҡ. Мин шеш әҙерләгәнсе, атайым ике бәрҙе, бер алабуға ҡармаҡлап та өлгөрҙө. Ай-һай, үҙе оҫта балыҡсы ла инде. Былай булһа, уңыш мул булмаҡсы. Әсәйем менән туғаным Урал да бик ҡыуанасаҡ. Шатлығымды атайыма әйтеп тә өлгөрмәнем, ҡояшты бер болот ҡаплап та алды. Күп тә үтмәй, көслө ел сығып, ямғыр күҙе төшә башламаһынмы! Мин атайыма ҡарайым. Ә ул, әйтерһең, болот та, ел дә юҡ, ҡалҡыуысҡа ҡараған да ҡалған.
— Ҡайтайыҡмы әллә? — тим, түҙмәйенсә.
— Ҡапыл килгән ямғыр тиҙ үтә ул, улым. Ә һин, буласаҡ һалдат, бындай ел-ямғырға ғына бирешергә тейеш түгелһең.
Әйтте һүҙ! Бирешеп торам, ти. Буласаҡ һалдат тип тә әйткәс, мин башҡа атайымды маҙаһыҙламаным. Шешкә тағы ике бәрҙе, ике ҡоморой өҫтәлде.
Ямғыр үҙенекен итә. Ҡоя ғына. Тиҙ үтә, тине лә ул атайым, ә минең бер генә ҡоро ерем дә ҡалманы. Эргәләге бейек ҡарама ағасы аҫтына барып тора һалдым. Шул саҡ ямғыр тамсылары әкренәйгәндәй тойолдо. Күп тә үтмәне, эс бошорғос ямғыр ҡапыл туҡтаны. Бөтә донъяны йылытып, ҡояш апай йылмайҙы. Мин тирә-яғыма күҙ ташланым: үләндәр, ағастар йәмләнеп, йәшәреп киткән һымаҡ. Ямғыр тамсылары, ҡояшҡа ялтырап, миңә күҙ ҡыҫҡан кеүек. Ҡойма ямғырҙан һуң тирә-яҡ уғата матурлана икән!
— Азат улым, ана ҡара әле, — тип атайым уйҙарымдан бүлде.
Йәйғор сыҡҡан! Төрлө төҫтән ҡойолған күпер беҙҙең эргәлә генә. Ә бер осо тау битләүенә төшкән.
— Атай! Был бит төҫлө күпер! — тип ҡысҡырып ебәрҙем.
— Күпер түгел, ҡапҡа ул! — ти атайым. Ауыҙы ҡолағына еткән. Үҙе лысма һыу тағы. — Беҙ бәләкәй саҡта шулай ти торғайныҡ.
Атайым шул арала әллә күпме балыҡ тотҡан.
— Ҡайтабыҙмы? Әсәйең менән туғаныңды ла ҡыуандырайыҡ. Арығанһыңдыр ҙа.
Ҡайтайыҡ, тигәнде аңлатып баш ҡаҡтым. Әҙерәк кенә арығайным да. Уныһын атайға әйтеп торманым инде. Бынау хәтлем балыҡ тотоп та, арыным тип торһаң, егетлек булалыр шул!

 


1988 йыл