Балыҡсы айыу. Гүзәл Ситдиҡова

Балыҡсы айыу



Ҡуян ҡышын аҡ тун кейә
Ҡарҙа күренмәҫ өсөн,
Һоро айыу өңдә ята,
Күрә етенсе төшөн.
Йоҡлаһын әйҙә, төш күрһен,
Йоҡламаһа - эш харап,
Тилереп йөрөй башлай ул
Үҙенә ҡорбан ҡарап.
Тик боҙлоҡта аҡ айыуға
Йәйҙе түгел көтәһе,
Гел-гел аҡлыҡ, гел-гел һалҡын,
Ҡышҡы көндәр - бөтәһе.
Шулай булғас, өңдә ятып
Булмай ваҡыт оторға,
Тунды аҡтан ғына кейеп
Сыға балыҡ тоторға.





2013



This work is licensed under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 Unported license.